Ҡурай
+14 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
4 Марта 2024, 08:17

Нефтекамала студенттарҙы уҡытыу өсөн шарттар яҡшыра

Нефтекама машиналар эшләү колледжында «Мәғлүмәт технологиялары» йүнәлеше буйынса оҫтаханалар асыу тантанаһы үтте.

Нефтекамала студенттарҙы уҡытыу өсөн шарттар яҡшыраНефтекамала студенттарҙы уҡытыу өсөн шарттар яҡшыра
Нефтекамала студенттарҙы уҡытыу өсөн шарттар яҡшыра

Нефтекама машиналар эшләү колледжында «Мәғлүмәт технологиялары» йүнәлеше буйынса оҫтаханалар асыу тантанаһы үтте.

Уҙған йылдың сентябренән октябренә тиклем Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығы профессиональ белем биреү учреждениеларының матди-техник базаһын яңыртыу өсөн гранттар биреүгә конкурс ойошторҙо. Нефтекама машиналар эшләү колледжы 30 миллион һум күләмендә грант алып, был конкурста өс еңеүсенең береһе булды. Был аҡса оҫтаханаларҙағы ҡорамалдарҙы һәм мебельде яңыртыуға, шулай уҡ колледждың үҙ аҡсаһы иҫәбенә ремонт эштәрен үткәреүгә йүнәлтелә.

Яңыртылған оҫтаханалар нефтекама машиналар эшләү колледжында «Программист» һәм «Веб һәм мультимедиа ҡушымталарын эшләүсе» квалификациялы «Мәғлүмәт системалары һәм программалау» һөнәре буйынса студенттарҙы уҡытыу өсөн нигеҙ буласаҡ.

Фото: Нефтекама ҡалаһы хакимиәте сайты

 

Нефтекамала студенттарҙы уҡытыу өсөн шарттар яҡшыра
Нефтекамала студенттарҙы уҡытыу өсөн шарттар яҡшыра
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас