Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2024» асыҡ республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Бүләкләнеүселәр иҫәбендә-Нефтекама ҡалаһынан Ягудиндар һәм Ҡарасуриндар ғаиләләре.
Проект Стәрлетамаҡта барлыҡҡа килә һәм бер нисә йылдан республика статусын ала. Хәҙер ул төбәк-ара статусына эйә. Конкурстың маҡсаты-Башҡортостан һәм Рәсәй төбәктәре халҡы араһында башҡорт халҡының мәҙәниәтен, туған телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һаҡлаған һәм үҫтергән өлгөлө ғаиләне асыҡлау.
Быйыл конкурсҡа 100-ҙән ашыу башҡорт ғаиләһе заявка биргән, шуларҙың 14-е финалға үткән. Конкурс «Ғаилә ижады», «Ғаилә кәсебе», «Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре» номинацияларында уҙғарылды.
«Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре» номинацияһында 2-се дәрәжә диплом менән Ягудиндар ғаиләһе бүләкләнде (Нефтекама ҡалаһы). «Йәш ғәйлә» номинацияһында Ҡарасуриндар ғаиләһе бүләкләнде (Нефтекама ҡалаһы).