Ҡурай
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Нефтекамала йәшәүсе ҡатын 100 йәшен билдәләне

Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе Зәйтүнә Вакилова 100 йәшен билдәләне. Бер быуатлыҡ юбилейы менән уны юғары ҡунаҡтар ҡотланы.

Юбилярҙы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Геннадий Сапожников һәм Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы Эльдар Вәлидов ҡотланы.

Зәйтүнә Мансур ҡыҙы Ауырғазы районының Балыҡлыкүл ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Талбазы ауылының балалар йортонда эшләй, эвакуацияланған балаларҙы тәрбиәләй. Уларға бөтә мөхәббәтен һәм хәстәрлеген һалған.

1963 йылда Нефтекамаға күсеп килә, 25 йыл мәктәптәрҙә уҡытыусы булып эшләй. Бер ҡасан да уҡытыусы булырмын тип уйламаһа ла, шат күңелле балалар уның ҡарашын үҙгәртә. Шул ваҡыттан алып башҡа һөнәр тураһында уйламаным да.

Зәйтүнә Мансур ҡыҙының өс балаһы, өс оныкы һәм биш оныксыһы бар. Уның ире Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, ул тыл хеҙмәтсәне.

Һәм бына үҙенең ҙур һәм дуҫ ғаиләһе менән әүҙем, күңелле Зәйтүнә Мансур ҡыҙы йөҙ йыллыҡ юбилейын ҡаршылай.

Нефтекамала йәшәүсе ҡатын 100 йәшен билдәләне
Нефтекамала йәшәүсе ҡатын 100 йәшен билдәләне
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас: