Ҡурай
+21 °С
Ясно
Урындағы яңылыҡтар
25 Марта 2024, 09:45

Самауырлы Рәмзилә

“Йолаларҙы һаҡлаусылар” этномузей-студияһына нигеҙ һалыусы һәм етәксеһе, Нефтекаманың 16-сы мәктәбе педагог-китапханасыһы Рәмзилә Аҡмалова быйыл Өфөлә “Терра ҡыш” фестивалендә самауырҙар конкурсында 2-се урынға лайыҡ булды. Конкурста еңгән аҡсаға ул үҙенең хыялын тормошҡа ашыра - һирәк осрай торған самауыр һатып ала.

Самауырлы РәмзиләСамауырлы Рәмзилә
Самауырлы Рәмзилә

“Йолаларҙы һаҡлаусылар” этномузей-студияһына нигеҙ һалыусы һәм етәксеһе, Нефтекаманың 16-сы мәктәбе педагог-китапханасыһы Рәмзилә Аҡмалова быйыл Өфөлә “Терра ҡыш” фестивалендә самауырҙар конкурсында 2-се урынға лайыҡ булды. Конкурста еңгән аҡсаға ул үҙенең хыялын тормошҡа ашыра - һирәк осрай торған самауыр һатып ала.

Рәмзилә Нәиф ҡыҙы дүртенсе йыл инде республика фестивалендә Нефтекамаға еңеү килтерә: активист һәм бихисап самауырҙар коллекцияһы булған ханым был юлы 2-се урынға сыға. Бик күп яҡшы баһаламалар алыусы самауырҙарҙы коллекциялау Рәмзилә Аҡмалованың боронғо әйберҙәр менән мауығыуынан башлана.

- Самауырҙар музейын булдырыу тураһында мин 2016 йылда уйлана башланым. Таныштарым ярҙамы менән 15 дана самауыр йыйҙым, шуларҙың өсәүһе -үҙемдеке. Улар араһында иң олоһо – беҙ уны “самауыр-олатай” тип йөрөтәбеҙ – ағалы-ҡустылы Баташевтар фабрикаһының 1898 йылда баҡырҙан эшләнгән күмер самауыры. Уны миңә хеҙмәттәшем Әминә Дәүләтова бүләк итте. Икенсеһен – электр самауырын – апайым Флүзә Ғәзизова бүләк итте. Өсөнсө самауырҙы ҡыҙым алып килде. Ваҡыт үтте, һәм мин, музей булдырырға кәрәклеге тураһында уйлана башланым, был уйымды дуҫтарыма һәм яҡындарыма әйттем. Күптәр мине хупланы. Әммә, башлыса, заманса самауырҙар килтерҙеләр. Шул саҡта интернетта ҡыҙыҡлы экземплярҙар эҙләй һәм коллекциямды тулыландыра башланым, - тип һөйләй Рәмзилә Нәиф ҡыҙы.

Хәҙер уның коллекцияһында 73 самауыр бар – улар бөтәһе лә үҙенсәлекле, хатта кристалл һәм балсыҡтан эшләнгәндәре лә бар. Мәҫәлән, музей кәштәһен 80-се йылдарҙа сығарылған көмөш шар биҙәй – бик үҙенсәлекле экземпляр, ул Волга буйының төп ҡалаларының береһе - Һамарҙың 400 йыллыҡ юбилейына арналған. Музейға беренселәрҙән булып “килгән” күмер самауыры - ысын антиквар, әйтерһең дә, тап ул Рәмзилә Нәиф ҡыҙын бындай һирәк экземплярҙар кешеләр тормошонан юғалырға тейеш түгел, тигән фекергә килтерә. Әлбиттә, уларҙы көнкүрештә ҡулланмайһың. Әммә ысын музей экспонаттары итеп ҡуйырға мөмкин.

Рәмзилә Аҡмалов билдәләүенсә, һәр самауыр уға үҙенсә ҡәҙерле. Ул һәр самауырҙы ярата һәм уларҙың һәр береһенең үҙ тарихы бар. Мәҫәлән, “Спутник” самауыры - совет сәнәғәт дизайны өлгөһө – ергә килеп төшкән йыһан карабына оҡшаш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аяҡтары көсһөҙ булғанлыҡтан, ул өс литр һыуҙы ла күтәрә алмаған. “Әтәс” самауыры ҡыҙыҡлы, әле лә етештерелә. Ул билдәле рәссам Васнецов эскизы буйынса эшләнгән. Әтәс аяҡтарында баҫып тора, крандарҙың береһе әтәс башы менән тамамлана, ҡойроғо, хатта тауыҡтары ла бар. Музейҙың иң бәләкәй экспонаты Нефтекамаға туранан-тура Калининградтан ҡайтарылған самауыр. Икенсе ҡыҙыҡлы экземпляр – “Гайка” самауыры – ҙур түгел, литр ярымлы. Уны 1974 йылда Тулала Леонид Брежнев килеүенә етештерәләр. Ғөмүмән, самауырҙар тарихынан илебеҙ тарихын күҙәтергә мөмкин.

Быйылғы конкурста 10-сы класс уҡыусыһы Линура Нуриллоеваның ҡаланың 60 йыллығына биҙәгән самауыры яңылыҡ булды. Наталья Завьялова биҙәгән - “Һабантуй” һәм Людмила Шевчук биҙәгән “Бал ҡорто” самауырҙары бар. Самауырҙарҙы өсөнсө йыл биҙәйбеҙ инде. Бөтә самауырҙарыбыҙҙы ла балалар бик ярата, һорауҙар бирәләр, улар эргәһендә фотоға төшәләр. Бигерәк тә уларҙан, әле береһенән, әле икенсеһенән сәй эсергә яраталар, - тип һөйләй коллекционер.

Самауырҙар конкурсында ҡатнашыу - ул фекерҙәштәр менән бер урында осрашыу, көс туплау, тәжрибщ уртаҡлашыу, башҡа ҡатнашыусыларҙың әйберҙәрен ҡарау һәм үҙеңде күрһәтеү мөмкинлеге, тип өҫтәй ул. Ә быйылғы конкурстың иң күңелле асышы булып байрамда ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың уны әллә ҡайҙан танып тороуы һәм коллекцияһында ниндәй яңы экземплярҙар барлыҡҡа килеүе менән ҡыҙыҡһыныуы.

Әйткәндәй, киләһе фестивалгә Рәмзилә Аҡмалованың экземплярҙары араһында яңы - һирәк осрай торған самауыр-матрешка барлыҡҡа килгән, уны коллекционер “Терра-ҡыш”та отҡан аҡсаға һатып алған. Ул боронғо самауырҙарҙы яратыусыларҙы башҡа экземплярҙар менән дә хайран ҡалдырырға уйлай – уныһы әлегә сер булып ҡала.

 

Самауырлы Рәмзилә
Самауырлы Рәмзилә
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас