Ҡурай
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Нефтекамала мәктәп театрҙары ярышты

Театр көнө алдынан Нефтекама ҡалаһының ижад Һарайында «Мәктәп классикаһы» бөтә рәсәй проекты сиктәрендә ойошторолған «Өсөнсө ҡыңғырау – 2024» ҡала театр фестивале үтте.

Нефтекамала мәктәп театрҙары ярышты
Нефтекамала мәктәп театрҙары ярышты

Театр көнө алдынан Нефтекама ҡалаһының ижад Һарайында «Мәктәп классикаһы» бөтә рәсәй проекты сиктәрендә ойошторолған «Өсөнсө ҡыңғырау – 2024» ҡала театр фестивале үтте.

Мәктәп театрҙары фестивалендә ҡатнашыу өсөн 20 мәктәп театры ғариза бирә, улар аҙна дауамында жюри хөкөмөнә үҙҙәренең постановкаларын тәҡдим итә. Постановкалар башҡарыу манераһы һәм актерлыҡ оҫталығы кимәле, сағыулығы, артистиклығы, тәҡдим ителгән эштең художестволы бөтөнлөгө һәм уның эстетик ҡиммәте, ижади фантазия һәм ассоциатив хәл итеү, художестволы һәм музыкаль биҙәлеше критерийҙары буйынса баһалана.

Жюри эшенең һөҙөмтәләренә ярашлы ябыу тантанаһында төрлө номинацияларҙа фестиваль еңеүселәре һәм призерҙары бүләкләнде.

Источник фото: https://vk.com/rustam_urazaev

Нефтекамала мәктәп театрҙары ярышты
Нефтекамала мәктәп театрҙары ярышты
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас: