+9 °С
Болотло
Нефтекама коррекция мәктәп-интернаты уҡытыусыһы Лилиә Аҡмалова «Дистанцион белем биреү уҡытыусыһы-2024» республика конкурсында еңеүсе булды.
Конкурс һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм инвалид балаларҙы уҡытҡан педагогтар араһында үтте. Ярыштың беренсе этабында республика ҡалаларынан һәм райондарынан 106 уҡытыусы ҡатнашты. Иң күп балл йыйған ете конкурсант конкурстың икенсе этабына үтә.
Конкурстың икенсе этабында уҡытыусылар онлайн-форматта асыҡ дәрестәр үткәрә. Лилиә Нурислам ҡыҙы конкурс заданиеларын бик яҡшы үтәне һәм уның еңеүсеһе булды.