Краснохолмдың “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” ирекмәндәр ойошмаһы ағзалары иҫәбендә һалдаттарыбыҙ өсөн үрелгән дүрт йөҙ маскировка селтәре бар.
Илебеҙҙә махсус хәрби операция башланыу менән меңәрләгән ирекмәндәр маскировка селтәрҙәре үреү менән шөғөлләнә башланы. Яҡшы маскировка, дошман разведкаһы арҡаһында объекттарҙы һауанан күреү ауыр, ә хәрбиҙәр әйтеүенсә, тап маскировка селтәрҙәре йыш ҡына уларҙы дошмандан йәшергән һаҡланыу сараһы булып тора.
Ҡалтасы районында маскировка селтәрҙәре үреүҙе беренселәрҙән булып “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” ойошмаһының эллекке ирекмәне Анатолий В. үҙләштерә, ул һуғыштың тәүге көндәренән үк яугирҙарыбыҙға ярҙам итә: тәүҙә блиндаж шәмдәре, ҡоро душ эшләй, кәрәкле әйберҙәр менән гуманитар посылкалар йыя...
Күп райондарҙа халыҡтың маскировка селтәрҙәре эшләй башлауын белгәс, улар менән шылтыратып һөйләшә, бара, ҡарай, эш барышын өйрәнә. Сетка-нигеҙҙе үреү өсөн станоктар эшләй, кәрәкле материалды ҡайҙан һатып алырға мөмкин булыуын белә, уны башта үҙ иҫәбенә һатып ала.
Тиҙҙән фекерҙәштәр барлыҡҡа килә, дөрөҫөрәге, фекерҙәш гүзәл заттар. Социаль селтәрҙә ойошторолған “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” төркөмө аша нимә менән шөғөлләнеүҙәре тураһында һөйләйҙәр, һәм уларға ярҙам итергә теләүселәр ҡушыла башлай.
Бер йыл инде Анатолий В. фронтта, Ватаныбыҙҙы нацистарҙан һаҡлай. Ул башлаған эште ауыл ҡатын-ҡыҙҙары дауам итә, һалдаттарға ярҙам итеү улар өсөн йәшәү мәғәнәһенә әйләнә. Бер йыл эсендә төркөм бер көнгә лә эшен туҡтатмай.
Улар үҙҙәре тураһында һөйләргә яратмай. “Изге эштәр тынлыҡ ярата — бөтә яҡшылыҡ йәшерен эшләнә” — девиздары шундай. Әммә күбеһенең эше, ғаиләһе, йорт мәшәҡәттәре булған фиҙаҡәр ҡатын-ҡыҙҙар тураһында беҙ һөйләмәй булдыра алманыҡ.
– Ярҙамыбыҙ кәрәк икән беҙ көсөбөҙҙән килгәнсә эшләйәсәкбеҙ, – ти төркөм етәксеһе, — бер йыл эшләү дәүерендә беҙ яугирҙар менән бәйләнеш булдырҙыҡ, улар отпускка ҡайтҡанда, маскировка селтәрҙәрен улар менән йәки ирекмән-транспортсылар аша ебәрәбеҙ. Селтәрҙәр генә түгел, кәрәкле дарыуҙар, пауэрбанктар, әйберҙәр, аҙыҡ-түлек, яралылар өсөн анатомик мендәрҙәр ебәрәбеҙ. Посылкаларға балалар хаттары, һүрәттәр һалабыҙ.
Әммә тыл хеҙмәтсәндәре бының менән генә туҡтап ҡалмай. Күптән түгел улар шәхси маскировка комтюмын, разведка өсөн алыштырғыһыҙ әйбер — “Леший” костюмын үреүҙе үҙләштергән.
— Һуғыш бик мәкерле, – тип дауам итә әңгәмәсем, — бер селтәр менән генә ҡотолоп булмай. Камикадзе дрондары кеше йылыһына яуап бирә. Шуға күрә, беҙҙең яугир-штурмовиктарҙы “яҡлау” өсөн йылылыҡҡа ҡаршы юрғандар эшләй башларға теләйбеҙ. Тәүгеһен башланыҡ та инде. Технологияһы ҡатмарлы түгел, ҡулланыу материалдары ҡиммәт: спанбондтан һәм өс ҡатлы һауа-пузырь пленкаһынан тыш, фольгалы туҡыма ла кәрәк.
Ҡулланыу материалдары һатып алыуға аҡсаны үреүселәр үҙҙәре, уларҙың даими составы – 12 кеше, һәм социаль селтәрҙәге “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” төркөмөнөң иғәнәселәре йыя.
Эштәре бер генә көнгә лә туҡталмай. Махсус хәрби операция башында барлыҡҡа килгән ниндәйҙер көнкүреш ихтыяждарын Оборона министрлығы үҙе тәьмин итһә, ә маскировка селтәрҙәре — һәр ваҡыт кемдеңдер ирекле ҡул хеҙмәте. Был Рәсәй Армияһына ярҙамыбыҙ, Еңеүҙе яҡынайтыуға шәхси өлөшөбөҙ.
89177578249 (Анатолий В. Сберға тоташтырылған) телефонына аҡса күсереп, һәр кем ярҙам итә ала. Берҙәм булғанда ғына еңәсәкбеҙ, сөнки үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!