Ҡурай
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Нефтекама егете Суворов миҙалы менән бүләкләнде

Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе, «Ветер» саҡырыулы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Суворов миҙалы менән бүләкләнгән.

2023 йылдың июнендә ул үҙ теләге менән махсус операция зонаһына юллана. Махсус операцияла ҡатнашыусының бурыстарына хәрби разведка, миномет расчеттары өсөн ут позицияларын эҙләү инә. Һөжүм барышында ул батареяның ут позицияларын боекомплекттар менән өҙлөкһөҙ килтереү һәм тәьмин итеү буйынса бурыстарҙы уңышлы үтәй, бының өсөн дәүләт наградаһына тәҡдим ителә.

Суворов миҙалы - «Ветер»дең беренсе һәм һуңғы наградаһы түгел. Уның шулай уҡ Жуков миҙалына тәҡдим ителеүе билдәле. Миҙалдың тапшырыу ваҡыты аныҡ билдәле түгел, әммә төп награда уны өйҙә көтә, унда геройҙың ҡайтыуын яҡындары көтә.

Нефтекама егете Суворов миҙалы менән бүләкләнде
Нефтекама егете Суворов миҙалы менән бүләкләнде
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас: