Ҡурай
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Нефтекама ҡалаһының ЗАГСында яңы тыуған сабыйҙарҙы хөрмәтләү тантанаһы үтте

Халыҡ-ара ғаилә көнөндә Нефтекама ҡалаһының ЗАГСында бер юлы 10 сабый тәүге документын алды. Дөрөҫөрәге, уларҙың ата-әсәләре. Сөнки ваҡ төйәктәргә бер ай ҙа юҡ.

Атай-әсәйҙәрҙе был мөһим ваҡиға менән ҡотланы һәм уларға сабыйҙарының тәүге документын, тыуыу тураһында Таныҡлыҡты, ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илфат Минязев тапшырҙы. Шулай уҡ ул йәш ата-әсәләргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Нефтекаманың 10 ғаиләһенә ҡарата баш табиптың акушерлыҡ-гинекология ярҙамы буйынса урынбаҫары Гөлнара Ибраһимованың ауыҙынан да йылы теләктәр яңғыраны. Әсәйҙәренә, атай-әсәйҙәренә йомшаҡ һәм йылы юрғандар бүләк итте.

Был матур байрамды балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре үҙҙәренең сығыштары менән биҙәне. Шулай уҡ йәш нефтекама артистары үҙҙәренең музыкаль композициялары менән тантаналылыҡты һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Нефтекама ҡалаһының ЗАГСында яңы тыуған сабыйҙарҙы хөрмәтләү тантанаһы үтте
Нефтекама ҡалаһының ЗАГСында яңы тыуған сабыйҙарҙы хөрмәтләү тантанаһы үтте
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас: