+14 °С
Облачно
Нефтекама ҡалаһының балалар һәм йәштәр ижады Һарайы базаһында «Зарница 2.0» хәрби-спорт уйыны үтте. Унда республиканың төньяҡ-көнбайышынан 11-13 һәм 14-17 йәшлек балалар ҡатнашты.
Ярыштар барышында уҡыусылар ҡаршылыҡтар һыҙатын үтте, саф смотрында ҡатнашты, медицина әҙерлеген, ватан тарихы буйынса белемдәрен һәм башҡа күп нәмәләрҙе күрһәтте.
11-13 йәшлек уҡыусылар араһында Нефтекама Башҡорт гимназияһының «Кадеты БГ» командаһы икенсе урын алды.