Ҡурай
+23 °С
Облачно

Тормошҡа ашмаған хыялдар

Тормошҡа ашмаған хыялдарТормошҡа ашмаған хыялдар
Тормошҡа ашмаған хыялдар

1945 йылдың Еңеү майы беҙҙән алыҫлаша бара. Үҙ ғүмерҙәрен ҡорбан итеп, ерҙәге тыныслыҡты яулаған һәм дәүләтебеҙҙең киләсәген яҡлаусыларҙың сафы йылдан-йыл һирәгәйә бара. Еңеү — дошманды еңгән олатайҙарыбыҙҙың беҙгә ҡалдырған иң ҙур бүләге, быны оноторға хаҡыбыҙ юҡ.

Егеттәрҙә генә түгел, Тыуған илебеҙҙе һаҡлау теләге ҡыҙҙарҙа ла көслө була. Армияға танкистар, артиллеристар йәки снайперҙарҙан тыш, шәфҡәт туташтары һәм элемтәселәр ҙә кәрәк була. 1942 йылда Ольга Ивановна Смагина, ә ул саҡта Оля Климина, һуғышҡа элемтәсе булып китә.

Ул уҡыған элемтәселәр курстарында тик ҡыҙҙар ғына була.Уҡып бөтөп, үҙенең һалдат паегын: балыҡ, сохари, ике кешегә бирелгән котелокты алғас, Оля башҡа ҡыҙҙар менән тәғәйенләнеш көтә. Көндәрҙең береһендә уға фамилияһы менән өндәшкән тауышты ишетә. 30 йәштәр тирәһендәге хәрби кейемдәге ир уға яҡыныраҡ килеп:

— Мин Иворский булам. Һеҙҙе часҡа итклем оҙатып барасаҡмын. Һеҙ Калинин фронтына ебәреләсәкһегеҙ, — ти.

Ошондай көтөлмәгән хәлдән Оля котелогын онотоп, ир артынан атлай. Бына хәҙер ул фронт һыҙығына, беҙҙекеләр дошман менән алышҡан, унан күптәр иҫән ҡайтмаған ергә барасаҡ...

Тәғәйенләнгән урынға имен генә барып етәләр. Уның хеҙмәте шулай башлана...

Ул саҡта Калинин фронтында ҡаты алыштар бара. Яңы йыл алдынан уларҙың батальонын күсерәләр. Днепрҙың һул ярына рация ташлап,  кабель һуҙып, кешеләрҙе оҙаталар. Улар ҡамауға эләккәндә, элемтә ротаһынан иллеләп кеше ҡалған була. Рус армияһы дивизиялары ҙур юғалтыуҙар кисереп, ауырлыҡ менән алға бара һәм “ут ҡулсаһы”на эләккән кешеләрҙе Днепр аша сығара.

Ауырлыҡтарға әкренләп өйрәнә барып, ҡыҙҙар ысын яугирҙарға әйләнә. Фронт һыҙығы артында алға табан хәрәкәт итеп, немецтар тар-мар иткән ауылдарҙы яулап, 104-се батальон Белоруссияға тиклем барып етә. Бынан да ҡурҡынысыраҡ күренеште күҙ алдына ла килтеә алмайҙар: бөтә нәмә янып, көл-күмергә ҡалған. Емереклек, аслыҡ һәм үле тынлыҡ урынлашҡан.

— Бында хатта ҡоштар ҙа юҡмы әллә? — тип һорай Оля йорт хужабикәһенән.

— Бында бер кем дә юҡ, ҡыҙым, — тип яуаплай оло йәштәге ҡатын. — Сусҡа һәм тауыҡтарҙы фашистар үҙҙәре менән алып китте, ҡалған бөтә нәмәне юҡҡа сығарҙылар.

Кисен хужабикә ҡайҙалыр киткәс, арыған, йонсоған ҡыҙҙар, иҙәнгә йоҡларға ятты.

— Эй, ҡыҙҙар, өйгә ҡайтаһы килде, — тине ҡапыл Любаша. — Әсәйем иҫемә төшөп китте. Ауылда бер үҙе ҡалды.

Маша, уға етди ҡарап:

— Өйҙәребеҙгә ҡайтырбыҙ, ҡыҙҙар. Яраланып ятырға булмаһын, үлтерһәләр үлтерһендәр, — тине. Уның ҡарашы ҡайҙалыр, ҡурҡыныс билдәһеҙлеккә төбәлгәйне.

Һуғышҡа тиклем Маша Орлова балет мәктәбендә уҡый. Артабан уҡыу, ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһау тураһында хыяллана. Уҡытыусылар уға ҙур өмөттәр бағлай. Һуғыш хыялдарҙы емерә...

— Эй, Маша, һүҙеңде уйлап һөйлә, — тип әңгәмәгә ҡушыла Оля. — Күптән түгел нисек Алевтинаны ерләгәнебеҙҙе хәтерлә...

Ике ай элек, батальондары Пречистая Каменкала торғанда, аҙыҡ-түлек алып киләләр. Ҡыҙҙарҙың иң йәше Алевтина консерва һәм икмәк һалынған тоҡтарҙы бушатырға беренселәрҙән булып машина кузовына менә. Һәм ни арала ҡайҙандыр килеп сыҡҡан немец самолетынан бер-бер артлы снарядтар яуа башлай. Бөтәһе лә һибелеп ташлана, кемделер ярсыҡ менән генә яралай, кемдер етди яралана. Ә Алевтинаға турыға эләгеп, үлемесле яралай. Икенсе көндө йөк машинаһы торған ағастан, дөрөҫөрәге, уның ҡалдыҡтарынан, тире киҫәктәре алалар — Алевтинанан ҡалған бөтә нәмә шул була. Йыйып алып, тиреһен ерләйҙәр...

Бүлмәлә үле тынлыҡ урынлашты. Бөтәһе лә был ҡот осҡос үлемде яңынан кисерҙе, уйламаҫҡа, оноторға тырышһалар ҙа, аяуһыҙ хәтер уларҙы шул көнгә кирегә алып ҡайтты.

Тынлыҡты ҡайтып ингән хужабикә боҙҙо:

— Ҡыҙҙар, яңы һауылған һөт эсегеҙ.

— Ә һөт ҡайҙан? — тип аптырап һораны ҡыҙҙар.

Хужабикә хәйләкәр генә йылмайып, бер нәмә лә әйтмәне. Төндә Оля йоҡлай алманы, ихатаға сығып, әкрен генә иҫке һарай яғына атланы. Бер секундҡа уға унда кемдер бар кеүек тойолдо. Яҡыныраҡ килде. Һәм таҡталы ишек артында оҙон итеп мөңрәү ишетелде. Оля, һаҡлыҡ тураһында онотоп, ишекте асты һәм алдында аҡ төҫтәге, бысраҡ йөнлө кәзәне күрҙе. Аптырау һәм көтөлмәгән хәлдән ул көлөп ебәрҙе. Өйгә ҡайтҡас, хужабикә уға:

— Минең кәзәмде ҡарарға сыҡтыңмы? — тип һораны.

 — Эйе, мин... осраҡлы ғына... 

Оля үҙенең ҡылығын аҡлай башланы, әммә хужабикә, ҡыҙҙың ҡыйынһыныуын күреп, бүлдерҙе:

— Матренамды немецтарҙан йәшереп алып ҡалыуым үҙе бер тарих. Башта соҡорҙа япма аҫтында тоттом — ҡысҡырмаҫҡа ауыҙын бәйләп, мөгәрәпкә төшөрҙөм. Шунан аҙбарға илттем. Шулай ҡотҡарып ҡалдым. Бөтә ауылға тик минең кәзәм генә тороп ҡалды. Бар, бар ят, иртәгә һеҙгә юлға бит.

Ҙур араларҙы үтеп, фашистарҙың яуызлығын рус еренән алыҫлаштырып, беҙҙең ғәскәрҙәр һәр ҡаланы, һәр ауылды ышаныслы яулап бара. Слуцк районында немецтар үҙҙәренең ҡотолғоһоҙ һәләкәтен һәм тиҙ арала еңелеүен тойоп, һауанан бомбаға тотоу мөмкин булмаһын өсөн балалар һәм ҡарттар менән үҙ армияһын ҡатыштыра. Тап Белоруссияла ярҙамһыҙ белорус халҡына ҡарата шәфҡәтһеҙлек, вәхшилек күрһәтеп, үҙҙәренең кешелекһеҙ ҡиәфәтен тулыһынса аса.

Ҙур алыштарҙан һуң, һәр аҙым ерҙе, һәр ауылды ҙур көс һалып азат итергә тура килә. 1944 йылдың йәйендә немец армияһын юҡ итеү өсөн беҙҙекеләр “Катюша”ны ҡуллана башлай.

Алыштарҙың береһендә Маша Орлова яралана. Үлемесле түгел, аяғына тейә. Уның балет тураһындағы матур хыялдары бер ҡасан да тормошҡа ашмай...

Автор:Надежда Сандалова
Читайте нас