Ҡурай
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Балалар лагеры «Бригантина» йәйге миҙгелгә әҙер

Ведомство-ара комиссия «Бригантина» лагерының йәйге миҙгелгә әҙерлеген тикшерҙе. Комиссия ағзалары лагерҙы йәйге миҙгелгә әҙерләү буйынса башҡарылған эште яҡшы баһаланы.

Ағымдағы йылда лагерҙа коммуникацияларҙы яңыртыу буйынса эш башҡарылды, атап әйткәндә, һыуыҡ һыу менән тәьмин итеү системаһы һалынды, корпустарҙа косметик ремонт үткәрелде. Балалар бүлмәләре өсөн тумбочкалар, түшәк һәм таҫтамал комплекттары һатып алына, шторҙар яңыртыла, шулай уҡ һауыт-һаба һәм аш-һыу приборҙары өлөшләтә алмаштырыла.

Лагерь территорияһы талпандарҙан һәм кимереүселәрҙән эшкәртелгән, анализ үткәреү өсөн һыу алына.

Комиссия ағзалары лагерь биләмәһен һәм объекттарын: ашхананы, аҙыҡ — түлек блогын, медицина кабинетын, үткәреү пунктын ҡарап сығып, уларҙы йәйге миҙгелгә әҙерләү буйынса башҡарылған эште яҡшы баһаланы.

Балалар лагеры «Бригантина» йәйге миҙгелгә әҙер
Балалар лагеры «Бригантина» йәйге миҙгелгә әҙер
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас: