Ҡурай
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Нефтекамала етем балаларға фатир асҡыстары тапшырылды

Нефтекама ҡалаһында етем балалар категорияһына ҡараған йәштәргә асҡыстар тапшырыу тантанаһы үтте. Туғыҙ йәш кеше Ленин урамындағы яңы йортта фатир алды.

Был микрорайон йәш, әммә тиҙ үҫешә. Бында мәктәп, балалар баҡсаһы, магазиндар, йәмәғәт транспорты туҡталыштары, шулай уҡ эргәлә матур уңайлы йөрөү зонаһы – Киләсәк аллеяһы бар.

Йорт үҙе ҡалала бындай типтағы беренсе йорт булып тора. Ихатала автомобиль өсөн парковка урындары юҡ. Парковка өй артына сығарылған. Әммә ихатала ял итеү өсөн дә, йөрөү өсөн дә урындар бар. Шулай уҡ хәүефһеҙ, сағыу, ҡыҙыҡлы балалар майҙансығы. Бында бәхетле йәшәү, үҙ уңайлы ояһын булдырыу һәм балалар үҫтереү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған.

Нефтекамала етем балаларға фатир асҡыстары тапшырылды
Нефтекамала етем балаларға фатир асҡыстары тапшырылды
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас: