Нефтекаманың иң уңған башҡорт теле уҡытыусыһы Ирина Вилданова

Мәктәп ишеген асып инеүгә, музыка кабинетынан башҡорт көйө ишетелде. Ҡыҙыҡһынып, бүлмәгә күҙ һалам. Хәйер, шунда уҡ аңлағайным инде: башҡорт көйө, тимәк, Ирина Рәйесовна балалар менән тағы ла ниндәйҙер сараға әҙерләнә…

Мәктәп ишеген асып инеүгә, музыка кабинетынан башҡорт көйө ишетелде. Ҡыҙыҡһынып, бүлмәгә күҙ һалам. Хәйер, шунда уҡ аңлағайным инде: башҡорт көйө, тимәк, Ирина Рәйесовна балалар менән тағы ла ниндәйҙер сараға әҙерләнә…

Яңылышмағанмын: бер төркөм егет-ҡыҙҙар көлөшә көлөшә йыр-бейеү ҡабатлай. Нисек, ҡасан барыһына ла өлгөрә һуң, тип уйлап ҡуйҙым. Башҡортостан Республикаһы көнө уңайынан «Орсоҡ өмәһе»н ҙурлап үткәргәйне. Хатта был сараға «Ак калфак» Башҡортостан татар ҡатын ҡыҙҙар ассоциацияһының Нефтекама бүлексәһе «Ак калфак энжеләре» этно-фольклор ансамбле лә саҡырылғайны. Бик матур, йөкмәткеле һәм тәрбиәүи был байрам барлыҡ ҡунаҡтарҙың, балаларҙың күңеленә хуш килде. Үҙ эшен ысын күңелен биреп башҡарыусы, балаларҙы ихлас йөрәге менән яратыусы был уҡытыусы һеҙҙә лә ҡыҙыҡһыныу уятҡандыр. Яҙмам - хеҙмәттәшем, Нефтекама ҡалаһының һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн коррекция мәктәп-интернатының башҡорт теле уҡытыусыһы Ирина Вилданова тураһында.

Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр. Ирина Рәйес ҡыҙы тыумышы менән Борай яҡтарынан. Ысын уҡытыусының ниндәй булыуын, уның йәшәйешен, күңелле лә, шул уҡ ваҡытта яуаплы ла һөнәр икәнлеген бәләкәйҙән күреп үҫә ул. Атаһы Рәйес Зарипов 43 йыл ғүмерен балаларға тарих фәнен уҡытыуға, шуның 30 йылын Иҫке Ҡарағош мәктәбе директоры вазифаһын башҡарыуға бағышлаған шәхес, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы. Киләсәктә ниндәй һөнәр һайларға тигән уй мине артыҡ борсоманы, атайым юлынан барасағым көн кеүек асык ине», - тип яуаплай 27 йыл уҡытыусы стажы булған Ирина Рәйес ҡыҙы. Үҙе күптән хөрмәтле уҡытыусы булһа ла, атаһы кәңәштәренең һәр ваҡыт ярҙамға килеүен ғорурланып һөйләй ул.

Мәктәп тормошона , уҡытыусылыҡ эшенә булған тартылыуҙы атаһынан алһа, тел байлығын, ойоштороу һәләтен, кешеләргә ярҙам итергә ашҡынып тороуын әсәһе – Рәфисә ханым оло ҡыҙына бүләк итә. Күп йылдар ауыл мәҙәниәт усағын гөрләтеп эшләткән һәм ошо өлкәләге уңыштары өсөн республикабыҙҙың, Рәсәй Федерацияһының маҡтау грамоталарына эйә булған, бер генә кешенең дә үтенесен кире ҡаҡмаған Рәфисә апайҙы ауыл халҡы әле лә яратып, иҫкә алып һөйләй.

- Әсәйемдән бер ваҡыт: «Күптәр эҙләгән бәхет формулаһы һеҙҙең өсөн нимәлә?» - тип һорағандар. Ул: «Тормошта бәхетле булыу өсөн ике нәмә шарт: яратҡан эшең һәм яратҡан кешең булыу», - тип яуаплаған. Мин дә ғүмерем буйына әсәйемдең ошо девизын маяҡ итеп, шуға тоғро булып йәшәйем, - тип әсәһен иҫ киткес хөрмәт, һағыныу менән иҫкә ала Ирина ла. Был яҡтан ысынлап та әсәһенә бик оҡшаған ул: ҡасан, ниндәй үтенес менән мөрәжәғәт итһәң дә, ярҙам итергә ашыға, ваҡыты юҡлығына һылтанмай. Ысын, өлгө алырлыҡ остаз тап шундай булырға тейештер ҙә ул. Кешенең матурлығы эше менән. Кескенәнән күңелендә йөрөткән хыялы уны 1991 йылда Нефтекама педагогия колледжына уҡырға алып килә. Уны уңышлы тамамлағас, 1995 йылда Нефтекама ҡалаһының 3-сө мәктәбенә эшкә урынлаша. 1996 йылда мәктәп етәкселеге уға ҙур яуаплылыҡ йөкләп яңылышмай: республика кимәлендә үткәрелгән «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» бәйгеһендә ҡатнашып, ул лауреат исемен яулай, Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә. Был мәктәптә бер нисә йыл оҫталығын нығыта, тәжрибә туплай, Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлап, юғары белем ала. 2001- 2004 йылдарҙа һөнәри һәм ижади уңыштарға бик бай була. Ирина Рәйес ҡыҙы юғары категориялы уҡытыусы исемен раҫлай, ҡаланың башҡорт теле уҡытыусылары методик ойошмаһы методисы эшен алып бара, ҡала мәғариф бүлегенең педагогик мәғлүмәт үҙәгендә директор вазифаһын башҡара һәм «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» исеменә лайыҡ була. 2004 йылда Ирина ханым өсөн һәр ҡатын-ҡыҙҙың хыялы булған матур осор башлана: ҡыҙҙары Алһыу, һуңыраҡ улдары Айҙар донъяға килә.

– Эшемде лә бик яраттым, әммә балаларымдың нисек үҫеүен күреү теләге көслөрәк булғандыр инде, рәхәтләнеп, тәмен белеп, алты йылымды бала ялында үткәрҙем. Һәм быға бер тапҡыр ҙа үкенгәнем булманы, - тип йылмая Ирина. - Минең бөтә эшемдә төп таянысым - ғаиләм, ирешкән уңыштарымда ла уларҙың өлөшө әйтеп бөткөһөҙ. Әлбиттә шулай, ғаиләлә ул – яратҡан әсәй, тоғротормош иптәше, бынамын тигән хужабикә. Телде йоторлоҡ тәмле аш-һыуҙары, бәлештәре менән йыш һыйлап тора ул ғаиләһен. Тормош иптәше Фәнәүи Фәүзетдин улы Нефтекама машиналар төҙөү колледжында бүлек етәксеһе булып оҙаҡ йылдар эшләй. Ҡыҙҙары Алһыу Өфө фән һәм технологиялар университетының юридик факультетында белем ала, улдары Айҙар – 9сы класс уҡыусыһы.

Артабан Ирина Рәйес ҡыҙы хеҙмәт юлын Нефтекама ҡалаһының 91-се башланғыс һөнәр биреү училищеһында башҡорт теле уҡытыусыһы булып дауам итә. Ә 2018 йылдан беҙ Ирина ханым менән хеҙмәттәштәр: дефектологтар булараҡ балаларға белем һәм тәрбиә бирәбеҙ. Ирина Рәйес ҡыҙы төрлө саралар, байрамдар үткәреүгә ҙур теләк менән тотона, һәр детален еренә еткереп уйлай, юғары дәрәжәлә башҡарып сыға. «Башҡорт илем - тыуған ерем», «Башҡортостандың ете мөғжизәһе», «Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ, иле юҡтың ғына теле юҡ!», «Башҡорт халҡының милли ризыҡтары», «Өләсәйем һандығы», «Мостай Кәрим безҙең йөрәктәрҙә», «Башҡорт телем - күңел көҙгөм» - былар Ирина Рәйес ҡыҙы етәкселегендә әҙерләнгән әҙәби сараларҙың ҡайһы берҙәре генә.

- Нисек барыһына ла түҙемлегең етә, төрлө милләт балаларына башҡорт телендә шиғыр , йырҙар өйрәтеү еңелдән түгелдер? Араларында бик шуҡтары ла бар бит, - тип һорайым. – Мин шул тиклем ҙур теләк, изге ниәттәр менән төрлө байрам, сараларға әзерләнеп күңелемә ҙур ҡәнәғәтлек алам! - тип яуап бирә ул, яҡты йөҙө менән балҡып: эшенә бөтә күңеле менән бирелгәнлеге күренеп тора.

Дәрестәр һәм ошондай саралар аша ул балаларға башҡорт теленең әһәмиәте, туған телебеҙҙе ни өсөн белергә, киләсәктә уны нисек үҫтерергә икәнлеген өйрәтә. Балалар ҙа бик яраталар Ирина Рәйес ҡыҙын, юғиһә, бер тауыштан: «Ул бик һәйбәт, тыйнаҡ, сабыр, тауышын күтәрмәй, һәр беребеҙгә йомшаҡ ҡарашлы, беребеҙҙе лә айырып ҡарамай», - тип әйтмәҫтәр ине. Әлбиттә, яраталар. Ирина апайҙары, булдыраһығыҙ, тип, уларҙы гел ҡанатландырып тора, ҡала, республика һәм Рәсәй кимәлендәге төрлө бәйгеләргә әҙерләгәндә, ваҡытын да, көсөн дә ҡыҙғанмай. Ә алдынғы урындар өсөн маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр алыу ҡайһы балаға оҡшамаһын инде?! Республика кимәлендә үткәрелгән «Иң талантлы китап уҡыусы» конкурсында 7-се класс уҡыусыһы Ралина Кәлимуллинаның – 1-се, Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Һуғыштың онотолмаҫ юлдары» бәйгеһендә 8-се класс уҡыусыһы Артур Хәметдиновтың 2-се урын яулауы быға асыҡ дәлил. Ирина Рәйес ҡыҙы мәктәптә үткәрелгән «түңәрәк өҫтәл»ҙәрҙә, ҡаланың башҡорт теле уҡытыусылары семинарҙарында ҡатнашып, бай тәжрибәһе менән уртаҡлаша.

2019 йылда Өфө ҡалаһында үткән I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезына ла беҙҙең хеҙмәттәшебеҙ беренселәрҙән булып юл алды. Күп һанлы эш программалары төҙөү, һәр дәресенә ентекле әҙерләнеү, нәтижәле эштәре менән уртаҡлашҡан мәҡәләләр яҙыу ҙа арытмай хеҙмәттәшемде. Хеҙмәтенә күрә хөрмәте. Хеҙмәттәшем Иринаның күп йыллыҡ эш стажы тураһында яҙмам башында әйткәйнем инде. Шул йылдар эсендә ирешкән уңыштары ла шаҡтай булған икән тигән уйымды уҡытыусының күп һанлы бүләктәре лә раҫлай. Алда әйтелгәндәргә өҫтәп, һанап китәм: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәт хаты (2019 йыл); БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Рәхмәт хаты (2020 йыл); «Беҙҙең балалар» хәйриә программаһын тормошҡа ашырыуҙағы ярҙамы өсөн Рәхмәт хаты (2021 йыл); V Бөтә Рәсәй «Дефектолог-2022» конкурсының төбәк этабында II урын яулауы. Күптән түгел сираттағы уңышына иреште: Рәсәй Федерацияһының Мәғариф өлкәһендәге маҡтаулы хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды, күкрәк билдәһе менән бүләкләнде. Иҫкәрмә. Мин музыка кабинетына ҡыҙыҡһынып инеп ҡараған ваҡытта, балаларҙың уҡытыусы апайҙары менән «Өй туйлау» йолаһына әҙерләнгән мәлдәре ине. Ҡыҙыҡһынған уҡыусыларыбыҙ өсөн байрам күренешенең һылтанмаһын ҡалдырам.

 

 

 

 

Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас