Ҡурай
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Нефтекама машиналар эшләү колледжы 40 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Ҡырҡ йыл эсендә колледж үҙенең үҫешендә бер профилле Нефтекама машиналар эшләү техникумынан алып яңы типтағы күп профилле белем биреү ойошмаһына тиклем данлы тарих үтә. Был ваҡыт эсендә Нефтекама машиналар эшләү колледжын 15 520 уҡыусы тамамлаған.

10 йылдан ашыу колледж Бөтә рәсәй конкурстары һәм белем биреү күргәҙмәләре лауреаты була.

2013 йылдан Нефтекама машиналар эшләү колледжы WorldSkills хәрәкәтенең әүҙем ҡатнашыусыһы булып тора. 2019 йылдан колледжда «Металл конструкциялар етештереү» компетенцияларҙы үҫтереү Үҙәге үҙ эшмәкәрлеген тормошҡа ашыра. 2022-2023 уҡыу йылында колледж республиканың 8 колледжының береһе була, уларға профессиональ йүнәлеште иҫәпкә алып, дисциплиналарҙы һынау һәм индереү буйынса Федераль пилот майҙансығы статусы бирелә.

Төрлө йылдарҙағы етәкселәр колледжды үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.

Юбилей сараһында уларҙың һәр береһен исемләп иҫкә алалар. Педагогик хеҙмәт ветерандарын, хеҙмәткәрҙәрҙе лә билдәләп үттеләр. Ә студенттар ижади өлкәләге уңыштары менән уртаҡлашты.

Нефтекама машиналар эшләү колледжы 40 йыллыҡ юбилейын билдәләне
Нефтекама машиналар эшләү колледжы 40 йыллыҡ юбилейын билдәләне
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас: