+12 °С
Облачно
Нефтекама ҡалаһында Республика ГТО фестивале үтә. Ярыштар өс көн бара, Башҡортостандың бөтә мөйөштәренән 40 иң көслө команда иң көслөләр исеменә көрәшә.
12-15 йәшлек 320 ҡатнашыусы ГТО комплексының бөтә спорт төрҙәрендә ҡатнаша: йөҙөү, тартыу, оҙонлоҡҡа һикереү, атыу, ҡыҫҡа һәм оҙон дистанцияға йүгереү һәм башҡалар.