Ҡурай
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Нефтекамала «Үҫмерҙең хыялы» тигән яңы йәмәғәт киңлеге асылды

«Ғаилә» төньяҡ-көнбайыш район-ара үҙәгендә «Үҫмерҙең хыялы» тигән яңы йәмәғәт киңлеге асылды. Бында үҫмерҙәр таныша һәм аралаша, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә һәм ҡыҙыҡлы идеяларҙы тормошҡа ашыра ала.

Былар барыһы ла Нефтекама педагогия колледжы студенттарының тырышлығы арҡаһында мөмкин булды, улар «Рәсәй үҫмерҙәре» конкурсына ғариза ебәрҙе һәм бүлмәне төҙөкләндереү өсөн кәрәкле мебель отҡан. Майҙанды асыуҙа Башҡортостан республикаһында бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Ольга Панчихина ҡатнашты.

Яңы йәмәғәт киңлегендә үҫмерҙәрҙең күңелле ваҡытын үткәреү өсөн бөтә кәрәкле нәмә бар. Бында уңайлы диванчиктар, өҫтәлдәр һәм ултырғыстар, китаптар, өҫтәл уйындары бар. «Үҫмерҙең хыялы» йәмәғәт киңлеге бындай исемде осраҡлы ғына алманы. Һәр уҡыусы аңлашылырға, ишетелергә һәм ярҙам тойорға хыяллана. Әгәр ул ғаиләлә быны алмаһа, был арауыҡта уға һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер.

Нефтекамала «Үҫмерҙең хыялы»  тигән яңы йәмәғәт киңлеге асылды
Нефтекамала «Үҫмерҙең хыялы» тигән яңы йәмәғәт киңлеге асылды
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас: