Ҡурай
+20 °С
Облачно

Урта Ҡасмаш

Ҡалтасы районында йәшәүселәр юҡҡа сығып барған ауылдарҙы тергеҙеү теләге менән сыға Һәм ауылдарға кешеләр ҡайта башлай.

Урта ҠасмашУрта Ҡасмаш
Урта Ҡасмаш

Һүҙебеҙ — халыҡ һәм власть ҡатмарлы һорауҙарҙы нисек хәл итеүе тураһында.

Ҙур булмаған Урта Ҡасмаш йәки бында әйтмешләй, Соган Энер, район үҙәгенән 12 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Беҙҙең башҡа ауылдарыбыҙ кеүек ҡасандыр шаулап-гөрләп торған ҙур ауыл, хәҙер дачаларҙа йәшәүселәр өсөн йәйге йәшәү урынына әүерелгән.

Яҡшы тормош эҙләгәндә

Ауыл яҡынса 1821 йылда барлыҡҡа килгән, тиҙәр. Архив мәғлүмәттәре буйынса 1822 йылда Урта Ҡасмашта 4 хужалыҡ булған һәм унда ир затынан ете кеше йәшәгән, ә ҡатын-ҡыҙҙар ул саҡта иҫәпләнмәгән.

Ул ауыр йылдарҙа, үҙ хужалығын булдырыу теләге менән, тыныс тормош эҙләп,  кешеләр йыш ҡына ҡуйы урмандарға киткән, шулай итеп, яңы ауылдар барлыҡҡа килгән.

Ҡасандыр Урта Ҡасмаш ауылы урынында ҡара урман булған, ә уның бейек булмаған тауҙар битләүендә Ҡасмаш йылғаһына башланғыс биреп, шишмә һыуҙары аҡҡан. Был йылға тап ошо урындарҙа башлана, Үрге Ҡасмаш, Түбәнге Ҡасмаш ауылдары аша аға, өс Ҡасмашты ла тоташтырып, артабан Сумара яғына китеп, ул Тиҙ Танып йылғаһына ҡоя.

Күп шишмәләре һәм матур тәбиғәте менән был ерҙәр нигеҙ һалыусыларға бик оҡшай. Ҡасмаш йылғаһы буйлап күтәрелеп, бында туҡталырға ҡарар итәләр. Түбәнге һәм Үрге Ҡасмаш ауылдары был ваҡытта инде булғанлыҡтан, яңы ауылды Урта Ҡасмаш тип атайҙар.

Халыҡтың төп шөғөлө игенселек, малсылыҡ, һөнәрселек, һунарсылыҡ, утын әҙерләү була. Эре ағастарҙан йорттар төҙөйҙәр, нәҙектәренең олондарын яндырып, күмерҙе ватҡылап, уның менән тупраҡты ашлайҙар. Шулай, әкренләп меңәрләгән гектар ерҙәрҙе урмандарҙан азат итәләр һәм был ерҙәр халыҡты туҡландырыусыға әүерелә. Үткән быуаттың 80-се йылдарында бында 80-гә яҡын торлаҡ йорт иҫәпләнһә, тора-бара улар ҙа етем ҡала. Бөгөн Урта Ҡасмаш ауылында ни бары 14 кеше йәшәй.

Яңырыу башы

Түбәнге Ҡасмаш ауыл биләмәһе башлығы Вера Манаева:

— Ата – әсәләре ҡасандыр был урындарҙы ташлап киткәндәр ауылға ҡайта. Улар ял итергә генә ҡайтмай, ә ауылды төҙөкләндереү йәһәтенән аныҡ мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн дә бергә йыйыла, — тип һөйләй.

Эйе, ысынлап та, төрлө программаларҙа ҡатнашыу һөҙөмтәһендә, ә улар — Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы, “Атайсал” һәм “Аныҡ эштәр” – бында юл ремонтланды, шишмәләр таҙартылды һәм төҙөкләндерелде, былтыр йәйгеһен Урта Ҡасмаш ауылы тураһында китап донъя күреү уңайынан байрам ойошторолдо, унда 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.

Шулай, үҙ ваҡытында ауылға Екатеринбургтан Ваниевтар ғаиләһе ҡайта, улар игенселек менән әүҙем шөғөлләнеп, үҙҙәренә һәм һатыуға экологик таҙа продукция — еләк, картуф үҫтерә.

— Урта Ҡасмаштан сыҡҡандар – берҙәм һәм әүҙем кешеләр, — тип һүҙен дауам итә Вера Владимировна. Маҡсат ҡуялар икән, уны бойомға мотлаҡ ашыралар. Ауыл старостаһы Чечен һуғышы ветераны, өҫтәүенә депутат. Быйыл планда — быуаны төҙөкләндереү һәм клуб төҙөү.

Аҡсаны ҡайҙан алырға?

Был эштәрҙе башҡарыу өсөн ҡайҙан аҡса алырға һуң? Был йәһәттән районыбыҙҙа, республикабыҙҙа, илебеҙҙә йәшәүсе һәр кешенең йәшәү сифатын яҡшыртыу буйынса мөмкинлектәр бихисап. Халыҡ тарафынан финанслауҙың бер өлөшөн йәлеп итеп дәүләт ярҙамы программалары һәм социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуға гранттар биреүсе фондтар бар.

— Урта Ҡасмаш ауылы халҡы “Беҙҙең ауыл” район программаһында ла ҡатнаша, – ти Вера Владимировна, – халыҡтың инициатив төркөмө йомғаҡлау йыйылышында клуб бинаһын төҙөү өсөн төҙөлөш материалдары һатып алырға ҡарар итте.

Һуңғы йылдарҙа бында ысынлап та бик күп эштәр башҡарыла. Ә улар 2016 йылда обелиск төҙөүҙән башлана. “Аныҡ эштәр” программаһы буйынса төҙөлөш материалдары һатып алына, ә обелиск төҙөү буйынса эште ауыл халҡы үҙ көсө менән башҡара.

Обелиск асыу тантанаһына ауыл халҡы һәм бирелә тыуған кешеләр йыйыла, унда киләһе йылда ошо уҡ программа буйынса ауыл зыяратын кәртәләргә ҡарар иттәләр. Халыҡтың был башланғысын ауыл биләмәһе башлығы ла хуплай.

Аппетит ашаған ваҡытта килә

Зыяратты төҙөкләндергәндән һуң, ициатив төркөм Урта Ҡасмаш ауылының Баҫыу урамын ремонтлау тураһында яңы тәҡдим индерә. Ауыл биләмәһе етәкселеге ярҙамында документтар әҙерләнә, Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы буйынса финанслау алалар. Шулай, 2020 йылда Баҫыу урамына ҡырсынташ түшәлә.

2021 йылда Урта Ҡасмаш ауылының 200 йыллығы билдәләнә. Байрамға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ҡунаҡтар һәм яҡташтар йыйыла. Ә 2021 йыл аҙағында ауылда территориаль йәмәғәт үҙидараһының рәсми теркәлгән ойошмаһы — ТОС ойошторола, уның рәйесе итеп Сергей Константинович Нуриәхмәтов тәғәйенләнә.

Бына шулай, тыуған ауылдарын төҙөкләндереү эштәренә ҡушылған халыҡтың һаны артҡандан-арта барып, уны тергеҙеүгә булышлыҡ итеүсе бер-бер артлы изге эштәр башҡарыла.

Хеҙмәт һүҙе нимәне аңлата

Урта Ҡасмашта ғына түгел, районда ла бөтәһе лә хөрмәт иткән маҡтаулы кешеләрҙең береһе — Екатерина Латыевна Ильчибаева. Сығышы менән ул Иҫке Ҡалтасынан, ә кейәүгә сыҡҡас, Урта Ҡасмашҡа күсенәләр. Быйыл уға 94 йәш тула. Ул ауыл тормошо гөрләп торған ваҡыттарҙы хәтерләй. Үҙе лә бик тырыш була: колхозда ырҙын табағында, келәттә эшләй, 1948-1949 йылдарҙа Свердловск өлкәһендә торф эштәрендә була. Ике тапҡыр Иҫке Ҡалтасы ауыл советы депутаты итеп һайлана. Тормыш иптәше Дмитрий Ильчибаевич та хеҙмәт һөйөүсән була: фермала ат ҡараусы һәм малсы булып эшләй, беҙҙең райондан булған Советтар Союзы Геройы Петр Иванович Сюткин менән шәхсән таныш була.

— Беҙ яҡшы йәшәнек, күп эшләргә тура килһә лә, барыһына ла өлгөрҙөк, – ти Екатерина Латыевна, – бәләкәй генә нәмәгә лә шатлана белдек. 1945 йылдың 9 майын хәтерләйем. Был көндө беҙ баҫыуҙа инек. Ул ваҡытта миңә 14 йәш ине. Һуғыш тамамланыуы тураһында хәбәр иткәс, нисек шатланғаныбыҙҙы белһәгеҙ ине! Еңеү хөрмәтенә бер ус борсаҡ бирҙеләр — башҡа бер нәмә лә юҡ ине... Әммә беҙ быға ла шат инек.

Екатерина Латыевнаның олатаһын кулакка сығаралар, атаһы 1943 йылда фронтта хәбәрһеҙ юғала, әсәһе өс балаһы менән яңғыҙ ҡала. Аслыҡ-яланғаслыҡ иҫән ҡалыу өсөн иртәнән төнгә тиклем бөтәһе лә эшләй.

Хеҙмәткә һәм хеҙмәт кешеһенә хөрмәт тәрбиәләп Екатерина Латыевна ире менән өс ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтерә.

– Әсәйем менән атайым һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә булды, – тип һөйләй Ильчибаевтарҙың ҡыҙы Рита. — Тырышып эшләгәндәре өсөн уларҙы колхоздан даими бүләкләнеләр: иген, туҡыма (кейем тегергә), хатта концерттарға билеттар бирәләр ине. Әсәйебеҙ үҙешмәкәрлектә активист булды, бер байрам да унан башҡа үтмәне. Әле лә һәр ерҙә беренсе, үҙе эшләй алһа, бер кемде лә көтөп тормай. Бөгөнгә тиклем бесән саба!..

Күрәһең, тик шулай, шәхси миҫалда ғына ысын патриоттарҙы тәрбиәләп булалыр. Сөнки әлеге ауыр ваҡытта Ватанды яҡларға теләүселәр һаны был ғаиләнән осраҡлы ғына күп түгелдер: Екатерина Латыевнаның ҡыҙы Римманың улы тәүге көндәрҙән үк махсус хәрби операцияла, ә ҡыҙы Дзержинск ҡалаһының снарядтар сығарыусы хәрби заводта эшләй, ейәне – кадет корпусын тамамлаған; Ританың улы — офицер, тәүҙә Һарытау хәрби училищеһын, һуңынан Мәскәү хәрби академияһын тамамлай. Ә Екатерина Ильчибаеваның бер ағаһы Бөйөк Ватан һуғышында фронтта хәрби хирург була. Һәләк була.

Урта Ҡасмаш ауылы халҡы Екатерина Латыевна йорто эргәһендә төҙөләсәк мәҙәниәт усағы өсөн урынды осраҡлы ғына һайламаған. Ул әле лә төрлө сараларҙа ҡатнаша һәм урындағы артистарҙың сығышын ҡарарға тик теләп килә.

– Әгәр һәр ваҡыт эшләп кенә торһаң, өҙлөгөп ҡуйыуың да бар, — ти ул, – ял итә белергә лә кәрәк.

Урта Ҡасмаш
Урта Ҡасмаш
Урта Ҡасмаш
Урта Ҡасмаш
Автор:Надежда Сандалова
Читайте нас