Ҡурай
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Нефтекамала бер юлы өс эт күргәҙмәһе үтте

Илдең төрлө төбәктәренән эт һөйөүселәр үҙҙәренең йорт хайуандары менән бергә Нефтекамаға килде – бында бер юлы өс милли күргәҙмә үтте.

Уларҙы йыл һайын Нефтекаманың «Верный» эт һөйөүселәр клубы ойоштора. Күргәҙмә Рәсәй кинология федерацияһы эгидаһы аҫтында үтә. Дүрт аяҡлыларҙың иң яҡшыларын атаҡлы судьялар билдәләй.

Бындай ваҡиғалар – тәрбиәләнеүсе һәм интеллигент дүрт аяҡлылар өсөн үҙенсәлекле «яҡтылыҡҡа сығыу», ти ойоштороусылар. Һәм күргәҙмәне матурлыҡ конкурсы тип атайҙар. Ҡатнашыусылар йәш буйынса категорияларға бүленә: беби 3 айҙан 6 айға тиклем, эттәр ярты йәштән 9 айға тиклем, юниорҙар йәш ярымға тиклемге эттәр, һәм ветерандар һигеҙ йәштән өлкәндәр.

Күргәҙмәләр йомғаҡтары буйынса беренсе урындарҙы фирғәүен эте һәм америка акитаһы биләй.

Фото: Регина Кузнецова.

Нефтекамала бер юлы өс эт күргәҙмәһе үтте
Нефтекамала бер юлы өс эт күргәҙмәһе үтте
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас: