Рәсәй Геройы Александр Панфилов бар ғүмерен Тыуған иленә хеҙмәт итеүгә бағышлай һәм шул уҡ ваҡытта һәләтле йәштәргә ярҙам итеүҙә, кесе Ватаны тарихын тергеҙеүгә ҙур өлөш индерә.
Александр Вячеславович Панфилов 30 йыл ғүмерен хәрби хеҙмәткә бағышлай. Чернобыль АЭС-ындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаша, Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә командировкаларҙа була. Ул — генерал-майор, Рәсәй Геройы, бөтә ғүмере Ватанына хеҙмәт итеүгә арналған. Уның исеме Ҡалтасы районы менән бәйле, бында уның кесе Ватаны.
Александр Вячеславовоич Панфилов 1959 йылдың 3 июнендә Надеждин ауылында донъяға килә. Танып буйы ярҙарында бала сағы үтә. Бәләкәй Сашаға алты йәш булғанда, ғаиләһе Белоруссияға күсә.
Уның өсөн хәрби һөнәре 1979 елда, хәрби хеҙмәткә саҡырылғас башлана. Артабан Һарытау юғары хәрби-инженер училищеһына уҡырға инә һәм инженер һөнәрен үҙләштереп, 1986 йылда уҡыу йортон тик “яҡшы” билдәләренә генә тамамлай. СССР Оборона министрлығында эшләй башлай. Тәүге хәрби һыналышты, үҙенең һөнәри оҫталығын Чернобыль АЭС-ында авария ваҡытында күрһәтә. Чернобылгә ул оператив төркөм составында ебәрелә. Ул радиация разведкаһы һәм биналарҙы дезактивациялау, өсөнсө һәм дүртенсе энергоблоктарҙың ҡыйығы йәғни иң хәүефле радиация участкалары өсөн яуаплы була.
Александр Вячеславович “Электрогазета”ға биргән интервьюһында: “Радиация кимәле ҡотосҡос юғары була – приборҙар меңәрләгән рентген күрһәтә. Беҙ дүртенсе энергоблок емереклектәрен тикшерҙек һәм яҙма тәҡдимдәр индерҙек: нимә эшләргә кәрәк, иң хәүефле участкалар ҡайҙа урынлашҡан, радиация кимәлен нисек кәметергә. Шулай уҡ стеналарҙы ҡурғаш плитәләр менән көпләнек. Ә беҙҙең арттан радиоактив матдәләрҙе утилләштереүсе ликвидаторҙар отрядтары эшләп килде”.
Хәрби тәжрибәне Александр Панфилов Төньяҡ Кавказда ала — биш йыл дауамында, 1999 йылдан 2004 йылға тиклем, хәүефле командировкаларға йөрөй. Төньяҡ-Кавказ төбәгендә федераль көстәрҙең Берләшкән төркөмөнөң көнбайыш йүнәлеше командующийы ярҙамсыһы булараҡ, бер нисә ҙур махсус операция планлаштыра һәм уларҙа ҡатнаша. 2002 йылда РФ Президенты Указы менән махсус операция барышында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Александр Панфиловҡа Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелә һәм “Алтын йондоҙ” миҙалы тапшырыла.
2010 йылда, 30 йыл хәрби хеҙмәттә буғандан һуң, запасҡа китә, әммә Оборона министрлығында Тыуған ил мәнфәғәттәре өсөн эшләүен дауам итә. 2013 йылдың февраленән Рәсәй Геройы Перспективалы тикшеренеүҙәр фондында химия-биология һәм медицина тикшеренеүҙәре йүнәлешен етәкләй. Был — медицина изделиелары, яңы композиттар, ҡорос, иретмәләр, яңы энергия сығанаҡтары, эске яныу двигателдәре һәм оборона хәүефһеҙлеге мәнфәғәтендә электр машиналары эшләү. Александр Панфилов — техник фәндәр докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты.
Ул Мәскәүҙә йәшәй, әммә кесе тыуған яғын бер ҡасан да онотмай, тыуған районына йыш ҡайта. Тыуған яҡты өйрәнеүсе, район тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Роберт Шәрәф улы Шакиртов үҙ ваҡытында Рәсәй Геройы менән тығыҙ бәйләнеш булдыра.
“Надеждиндан киткәндә миңә алты йәш ине, — тип хәтерләй Александр Панфилов. — Күршеләрҙе, яҡташтарымды әле лә иҫләйем. Рус, мари көйҙәрен оҫта уйнаған Вася ағайҙы хәтерләйем. Ул уйнағанда, бөтәһе лә йырлай һәм бейей ине...”.
Надеждиндың тарихы бай. Ҡара диңгеҙ флотын ойоштороусыларҙың береһе Николай Мордвиновның исеме ауыл менән бәйле. Унда уның имениеһы була. Тыуған ауылының тарихын һаҡлап ҡалырға теләп, Александр Панфилов бында ауыл тарихының йорт-музейын булдырырға тәҡдим итә. Ауыл халҡы был идеяны хуплай. Музейҙы Панфиловтар йорто урынында төҙөргә ҡарар итәләр. Билдәле, йорт иҫкергән, шуға күрә уны һүтәләр, ә бына 100 йылдан ашыу торған нигеҙҙе ҡалдыралар. Унда яңы бина төҙөлә һәм 2022 йылдың 12 авгусында музей асыла. Надеждиндин ауылы тарихы Рәсәй тарихы менән бәйле, музейҙы асыу тантанаһында сығыш яһап, Александр Панфилов:
— Үткәндәрҙе хөрмәт итергә тейешбеҙ, үткәндәрһеҙ киләсәк юҡ. Был йортта минең ата-бабаларым йәшәгән, әсәйем, мин донъяға килгәнбеҙ. Шуға күрә, ырыуыбыҙ ояһын йәмәғәт милке итергә ҡарар иттек. Музей дөйөм эш өсөн хеҙмәт итһен.
Надеждин ауылы тарихында тағы бер бит булдырыла: Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға бында обелиск асыла. Обелиск асыуҙа Александр Панфилов та ҡатнаша.
Александр Панфилов өсөн кесе Ватандың үткәнен һаҡлап ҡалыу ғына түгел, ә тыуған яҡтың киләсәге булыуы ла мөһим. Ә киләсәкте ул йәштәр менән бәйләй. Шуға күрә, Ҡалтасы районының һәләтле балаларына ярҙам итеү маҡсатында аҡсалата гранттар булдыра. Улар академик, интеллектуаль, ижади, спорт эшмәкәрлегендә ҡаҙаныштары булған һәләтле уҡыусыларға тапшырыла.