Нефтекама ҡалаһында “Сәйлән” башҡорт фольклоры студияһы оҙаҡ йылдар эшләп килә. Студия башҡорт мәҙәниәте, тарихы һәм фольклоры буйынса, шулай уҡ тауыш ҡуйыу һәм сәхнә хәрәкәте буйынса дәрестәр үткәрә, Ҡала мәҙәниәт үҙәге, ҡала, төбәк фестиваль, смотр һәм конкурстарында ҡатнаша. Уның етәксеһе — БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Зилә Аҙнабаева.
Студияның репертуары киң һәм төрлө: халыҡ башҡорт фольклоры, классик әҫәрҙәрҙән алып совет фольклоры һәм хәҙерге Рәсәй әҙәбиәтенә тиклем. Фольклор яратыусыларҙы берләштереү ҡарарын Зилә Рамаҙан ҡыҙы былай аңлата:
— Сәйләнде элекке замандарҙа төрлө таштарҙан: мәрйән, сердолик, фирүзә, көмөш, гәрәбә һәм башҡа ҡиммәтле һәм ярым ҡиммәтле материалдарҙан яһағандар. Сәйләндәр менән баш кейемдәрен, кейемде, күкрәксәләрҙе биҙәгәндәр. Һәм, әлбиттә, уларҙы айырым биҙәүес булараҡ та йөрөткәндәр. Беҙҙең берҙәм һәм татыу коллективыбыҙ сәйлән кеүек. Шул уҡ ваҡытта һәр артист матур, сағыу, ижади шәхес, аҫыл таш, сәйлән кеүек. Шуның өсөн коллективыбыҙға ошондай исем бирҙек.
Коллектив студия форматында эшләй, был төп состав йылдар буйына үҙгәрмәй тигән һүҙ. Әлбиттә, состав, башҡа коллективтарҙағы кеүек, яңа кешеләр менән тулылана, әммә коллективтың үҙәге элеккесә ҡала. Миҫалға, Айгөл Әйүпова “Сәйлән”дә ун ике йылға яҡын шөғөлләнһә, Лилиә Ғибәҙуллина алты йыл эшләй. “Красное знамя” ҡала гәзите хеҙмәткәре Зилә Әмирова коллективта 2016 йылдан башлап. Улар бөтәһе лә һәләтле, сағыу шәхес. Шуны ла әйтеү мөһим, студияла шөғөлләнә башлағандан һуң ҡайһы бер артистар артабан мәҙәни белем алыу теләге менән уҡыу йорттарына: Ҡазан һәм Силәбе мәҙәниәт институттары, Өфө дәүләт мәҙәниәт институты, Башҡортостан республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы һ.б. уҡырға инде.
Фольклор — үҙенсәлекле жанр. Шуға күрә, коллективҡа нигеҙҙә үҙенсәлектәрен аңлаған, күңел өсөн шөғөлләнергә, ижади потенциалын тормошҡа ашырырға теләгәндәр килә. Ә студия формаһы “Сәйлән”дә ҡатнашыусыларға йырҙар һәм бейеүҙәр менән генә түгел, ә төрлө фольклор жанрҙар менән дә шөғөлләнергә мөмкинлек бирә. Репертуар даими рәүештә яңы әҫәрҙәр, жанрҙар менән тулылана бара.
Коллектив эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше булып халыҡ йолаларын, әкиәттәрен, риүәйәттәрен һаҡлау һәм тергеҙеү тора. Зилә Аҙнабаева фекеренсә, фольклор шулай уҡ матди мәҙәниәтте, мәҫәлән, билдәле бер төркөмгә, илгә, халыҡҡа хас традицион стилдәрҙе, шулай уҡ халыҡ йолаларын, халыҡ ышаныуҙарын, туйҙар, балалар тыуыуы, халыҡ бейеүҙәре һәм бағышлау йолалары кеүек ваҡиғаларҙы байрам итеү формаларын һәм ритуалдарын үҙ эсенә ала. Фольклор төрлө быуын һәм донъяға ҡарашлы кешеләрҙе яҡынайта, кешеләргә бер-береһен аңларға ярҙам итә, үҙ һәм башҡа халыҡтар мәҙәниәттәрен хөрмәт итергә өйрәтә. Фольклорҙы һаҡлау, уны балаларға халыҡ ижады аша тапшырыу мөһим.
Әйткәндәй, заман фольклористикаһы халыҡ мәҙәниәтенең боронғо төрҙәре менән генә түгел, ә хәҙерге замандыҡы менән дә шөғөлләнә. Ваҡыт үтеү менән ҡала, балалар һәм һөнәри фольклор барлыҡҡа килә. Был формалдар коллективҡа ижади планды тормошҡа ашырыуҙа яңы мөмкинлектәр бирә. Шуны ла билдәләү мөһим, коллективтың тамашаһы — башлыса йәш быуын кешеләре: юғары уҡыу йорттары, училище, колледждар студенттары, һәм әлбиттә, уҡыусылар. Бынан тыш, ижади коллектив ҡалала үткән бик күп сараларҙың, иҫтәлекле даталар һәм һөнәри байрамдарҙың концерт программаларында әүҙем ҡатнаша.
— Беҙҙең концерт программаларының төп идеяһы шул: уларҙа фольклорҙы үҙ эсенә алған заманса сәнғәт төрҙәре бер бөтөн булып берләшә, атап әйткәндә, халыҡ ауыҙ-тел ижады, халыҡ уйындары, вокал, халыҡ инструменттары, хореография һәм халыҡ костюмдары. Былар барыһы ла, фольклор әҫәрҙәрен заманса элементтар һәм сәнғәт жанрҙары менән берләштереп, йәш быуынға күп быуатлыҡ фольклор хазинаһын алып, ғәмәлдәр һәм программалар менән еңелерәк танышырға мөмкинлек бирә. “Сэйлэн” коллективының ижади эшмәкәрлегенең маҡсаты — халыҡ ижадының традицион төрҙәре аша заманса сәнғәт һәм мәҙәниәт төрҙәре менән берлектә йәш быуынды милли мәҙәниәткә йәлеп итеү, — тип билдәләй Зилә Аҙнабаева.