-12 °С
Болотло
Нефтекама ҡалаһы уҡытыусыһы Зимфира Йосопова «Россия» телеканалында «Классная тема!» телешоуҙың өсөнсө миҙгеленең 35 ярымфиналының береһе булды. Проектта бөтә илдән 6 500 уҡытыусы-предметник ҡатнашты.
Нефтекама уҡытыусыһы рус теле, әҙәбиәт уҡыта һәм республика инвалид балаларға дистанцион белем биреү Үҙәгендә башланғыс кластар алып бара. Сентябрҙә халыҡ тауыш биреүе проекттың 7 финалисын һайлай, улар телешоуҙа асыҡ дәрестәр үткәрә. Еңеүсегә федераль каналда авторлыҡ белем биреү шоуы тапшырыла.