Нефтекама ҡалаһында күптәр өсөн көтөлгән ваҡиға – «Амфибия» йөҙөү бассейны менән спорт комплексын рәсми асыу тантанаһы үтте.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төҙөлөш 2023 йылдың мартында башланды. Спорт комплексы үҙ эсенә: оҙонлоғо 25 метр булған 4 юллы һауыҡтырыу бассейны, мини-футбол, волейбол, баскетбол буйынса уйындар үткәреү мөмкинлеге булған спорт залы, шулай уҡ комплекста өлкәндәрҙең физкультура-һауыҡтырыу дәрестәре өсөн тренажер залы, көрәш залы һәм төркөм программалары залы урынлашҡан. Техник биналар, санузелдар, кейенергә бүлмәләр, тренерҙар бүлмәләре һәм инвентарь һаҡлау өсөн бүлмәләр менән тулыһынса тәьмин итеү ҡаралған. Табип контроле өсөн үҙ медицина кабинеты ойошторолған.
Комплекс етәкселәре «Амфибия» спортсыларҙы һәм спорт, сәләмәт йәшәү рәүеше һөйөүселәрҙе йәлеп итеү үҙәге буласаҡ тип ышана.
Фото: Нефтекама ҡалаһы хакимиәте сайты.