Ҡурай
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
13 Сентябрь , 12:11

Нефтекамала 30 пациентҡа күҙ кристалдары алмаштырылды

Нефтекама ҡала дауаханаһында яңы офтальмология бүлеге асылды. Хәҙер күҙ ауырыуҙарын бында дауаларға мөмкин. Бүлексәлә шулай уҡ төбәктең төньяҡ-көнбайышында йәшәүселәрҙе ҡабул итәсәктәр. Кисә бында өфө офтальмохирургтары күҙҙең кристаллдарын алмаштырыу буйынса бер юлы 30 операция үткәрҙе.

Бүлектә косметик ремонт башҡарылған, заманса ҡорамалдар һатып алынған һәм пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн палаталар әҙер.

- Был катаракта һәм глаукоманы дауалау, кристалл алмаштырыу операциялары пациенттарға яҡыныраҡ була тигәнде аңлата. 2022 йылда бындай медицина ярҙамы Өфөнөң дауалау учреждениеларында ғына күрһәтелгән, ә бөгөн — Ишембайҙа, Малаяҙҙа, Салауатта, Стәрлетамаҡта, Сибайҙа һәм Нефтекамала. Һәм модернизация дауам итә. Был йүнәлештәге бөтә эш Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса алып барыла», — тип аңлатма бирҙе башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы Айрат Рәхмәтуллин.

Нефтекамала 30 пациентҡа күҙ кристалдары алмаштырылды
Нефтекамала 30 пациентҡа күҙ кристалдары алмаштырылды
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас: