Йыл һайын үткәрелеүсе «Gastro Master – 2024» кулинар фестивалендә Нефтекама ҡалаһынан шәхси эшҡыуар Зинифә Өмүрбаева Рәсәй кулинарҙарының абруй Билдәһе менән бүләкләнде.
Йыл һайын үткәрелеүсе кулинар фестиваль Торатау Конгресс-холында үтте. Уны Рәсәйҙең милли кулинарҙар Ассоциацияһы менән берлектә Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм хеҙмәтләндереү Министрлығы ойоштора.
Сара сиктәрендә бай эшлекле программа һәм төрлө кимәлдәге һигеҙ кулинар ярыштар була.
«Gastro Master» кулинар чемпионаты майҙансығында кулинар конкурстар ҙа үтә. Фестивалдә Нефтекама ҡалаһынан шәхси эшҡыуар Зинифә Өмүрбаева ла ҡатнашты. «Милли байрам бәлеше» номинацияһында уның предприятиеһы «Зур бәлеш» милли традицион бәлешен тәҡдим итте, ул беренсе дәрәжә Диплом алды. «Иң Яҡшы кулинар» номинацияһында милли түбәтәй рәүешендәге тәмле торт өсөн өсөнсө дәрәжә Диплом.
Шулай уҡ өлгәшкән уңыштары өсөн шәхси эшҡыуар Зинифә Өмүрбаева Рәсәй кулинарҙарының абруй Билдәһе менән бүләкләнде.