Ҡурай
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
10 Октябрь , 11:14

Нефтекама - спорт ваҡиғалары үҙәге

Нефтекама ҡалаһында байтаҡ ярыштар, шул иҫәптән республика кимәлендәге ярыштар үтте. Уларҙы юғары кимәлдә үткәрергә ҡалала булған заманса спорт объекттары мөмкинлек бирә.

Нефтекама - спорт ваҡиғалары үҙәге
Нефтекама - спорт ваҡиғалары үҙәге

Нефтекама ҡалаһында байтаҡ ярыштар, шул иҫәптән республика кимәлендәге ярыштар үтте. Уларҙы юғары кимәлдә үткәрергә ҡалала булған заманса спорт объекттары мөмкинлек бирә.

Мәҫәлән, спорт ориентирлашыуы буйынса республика ярыштарында «Яңы һайлау» дисциплинаһында Башҡортостан Республикаһынан һәм Удмуртия Республикаһынан 200-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. 1948 йылда тыуған иң өлкән ҡатнашыусы – Бөрө ҡалаһында йәшәүсе Вячеслав Садаков айырыуса иғтибарҙы йәлеп итте.

Шулай уҡ наркоманияны иҫкәртеү айлығы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған өҫтәл теннисы буйынса Рәсми Республика ярыштары үтте. Турнирҙа Нефтекама, Дүртөйлө ҡалаларынан һәм Краснокама районынан 99 спортсы ҡатнашты.

Шулай уҡ яңы асылған «Амфибия» физкультура-һауыҡтырыу комплексында йөҙөү буйынса тәүге ярыштар үтте, унда Татарстандан, Удмуртиянан һәм Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайыш өлөшөнән 300 спортсы ҡатнашты.

Бөтә еңеүселәр ҙә грамоталар һәм миҙалдар менән бүләкләнә.

Фото: Нефтекама ҡалаһы хакимиәте сайты

 

 

Нефтекама - спорт ваҡиғалары үҙәге
Нефтекама - спорт ваҡиғалары үҙәге
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас: