Ҡурай
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
14 Октябрь , 13:11

Нефтекама «шайморатовсылары» - еңеүселәр

Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор М.М.Шайморатов исемендәге Кубокка «Йәйге шайморатов уйындары» тамамланды. 8-се «шайморатов кластары» араһында Нефтекама ҡалаһының Башҡорт гимназияһы командаһы еңеүсе булды.

«Йәйге шайморатов уйындары»ның һуңғы республика этабы Ҡырмыҫҡалы районында үтте. Уйындарҙың йомғаҡлау этабында «шайморатов кластары» ның 29 командаһы ҡатнаша, улар уйындарҙың зона этаптарында еңеүсе була.

Ҡатнашыусылар Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы, шулай уҡ М.М.Шайморатовтың тормошо һәм эшмәкәрлеге буйынса интеллектуаль викторина үтте, йыр һәм саф әҙерлеге смотрында, АК-74 автоматын йыйыуҙа һәм һүтеүҙә, традицион башҡорт уҡтарынан атыуҙа, оҙонлоҡҡа һикереүҙә һәм тартыу буйынса ярышты.

8-се «шайморатов кластары» араһында Нефтекама ҡалаһының Башҡорт гимназияһы командаһы еңеүсе булды. Команда һәм шәхси беренселек еңеүселәре Һәм призерҙары Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән Министрлығы Дипломдары менән бүләкләнде.

Нефтекама «шайморатовсылары» - еңеүселәр
Нефтекама «шайморатовсылары» - еңеүселәр
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас: