Йыһаншиндарҙың фатирына килеп инеү менән хуш еҫле үләндәр еҫенән баш әйләнеп китә. Бында һәр ваҡыт йәй һымаҡ. Йәй миҙгеле һары һәм күк мәтрүшкә, мелисса, клевер, ромашкалар булып беҙгә һәр картинанан һәм паннонан йылмая.
Миләүшәләр батшабикәһе
Миләүшә Йыһаншина үҙе лә сәскә кеүек, сөнки уның исеме татар теленән “фиалка” тип тәржемә ителә.
— Тәбиғәткә, сәскәләргә тартылыу бына ҡайҙан килә икән ул һеҙҙә! Тимәк, тамырҙарға? — тип мөрәжәғәт итәм Миләүшә ханыма.
— Тамырҙарға тип дөрөҫ әйттегеҙ, атай-әсәйебеҙ ерҙә йәшәгән бит, ерҙе эшкәрткән, ата-бабаларыбыҙ үлән туҡыу менән шөғөлләнгән, — тип һүҙҙәрем менән килешә Миләүшә Нурихан ҡыҙы.
Ул тыумышы менән Борай районы Йомаҡай ауылынан, оҙаҡ йылдар инде Нефтекамала йәшәй. Хаҡлы ялға сығыр алдынан 12 йыл автозаводта эшләй. Татар милли-мәҙәни үҙәге активисы. Светлана Вәлиева етәкселегендәге “Ак калфак энҗеләре” фольклор коллективы ағзаһы. Ике йыл элек Үҙәк ҡаршыһында “Нәнәй” социаль-остазлыҡ йәмғиәтен астыҡ, һәм оҙаҡ уйлап тормай Миләүшә Нурихан ҡыҙын уның етәксеһе итеп тәғәйенләнек. Хәҙер балалар баҡсаһына, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға әүҙем ярҙам итәбеҙ.
Бөгөн мин Миләүшә Йыһаншинаның иҫ киткес мауығыуы — үлән туҡыуы тураһында һөйләмәксемен.
Хуш еҫле картиналар
“Был сәнғәт төрө менән ул бер йыл элек “ауырый” башлай.
— Ике туған һеңлем Альбина үлән туҡыу сәнғәтен өйрәнде. Йәшел тере балаҫтарҙы күреп, миндә лә туҡыу теләге уянды, — тип һөйләй Миләүшә ханым.
Һәм һеңлеһе уның был теләген хуплай: туҡыу станогы таба һәм барыһына ла өйрәтә. Шунан башлап был сәнғәт төрө Миләүшәнең яратҡан шөғөлөнә әүерелә.
— Бик тынысландыра ул, һөҙөмтәһен күреп, тағы ла эшләйһе килә. Был картиналар матур ғына түгел, ә файҙалы ла, сөнки мин уларҙы дарыу үләндәре: мелисса, әрем, һары һәм күк мәтрүшкә, бөтнөк, чабрецтан үрәм, — тип йәшел дарыухананы һанай әңгәмәсем.
Ысынлап та, картиналарҙың еҫе иҫ киткес. Кипкәс тә улар үҙҙәренең матурлығын юғалтмай, уларҙы сауна, мунсаларға эләләр, унда, йылыла, хуш еҫтәре менән бөтә киңлекте тултыралар.
— Панно өсөн ҡайын япрағы, ҡомалаҡ, ылыҫлылар, ҡыяҡлылар яҡшы. Әммә шулай уҡ башҡа үләндәрҙән эшләнгән картиналар ҙа иҫ киткес килеп сыға, һәр береһе эстетик яҡтан матур, һәм тәбиғи материал булараҡ, тынысландыралар,
сөнки уларҙа тәбиғәт көсө бар, — ти Миләүшә ханым.
Эш өсөн үләндәрҙе ул бөтә коллектив менән йыйырға тырыша. Тәбиғәт ҡосағында йөрөүҙәр татыу коллективты тағы ла нығыраҡ яҡынайта. Бергәләп йырлап та алалар, термостан тәмле сәй эсәләр. Оҙон ҡыш алдынан Миләүшә туҡыу өсөн материал йыйып ҡалырға тырыша.
— Кипкән үләндәрҙән дә туҡырға була, әлбиттә, әммә улар менән мәшәҡәт күберәк: һынмаһындар, ҡойолмаһындар өсөн уларҙы парҙа тоторға туры килә. Туңдырылғандары менән эшләүе яҡшыраҡ, — тип йылмая ул.
Тормош иптәше Хәжинур Шәйнур улы ҡатынына яңы шөғөлөндә бик ярҙам итә. Алып барырға-ҡайтырға, ҡаршы алырға-оҙатырға, станокты йыйырға-һүтергә — был эштәрҙең бөтәһен дә ул башҡара. Ир кеше ҡулы кәрәк икән — һәр саҡ ярҙам итә. Шуның өсөн уға ҡатыны ғына түгел, ә бөтә аҡ ҡалпаҡтар ҙа рәхмәтле.
Йырлайҙар ҙа еңәләр!
“Ак калфак энҗеләре” фольклор коллективы күптән түгел Туймазы районында үткән “Йырлайыҡ, дуҫтар!” төбәк-ара фестивалендә ҡатнаша. Коллектив “Йән һәм тән өсөн — тыуған тәбиғәт!” тамашаһын тәҡдим итә. Улар дарыу үләндәре, тәбиғи материалдарҙан эшләнгән матурлыҡ тураһында һөйләй. Тамашасылар
төрлө үләндәрҙән эшләнгән матур “тере” панноларға хайран ҡала, Гөлфиә Шәйсолтанова үргән таждар уларға бик оҡшай. Сағыу, матур сығыштары менән
улар төбәк-ара конкурста 3-сө урын яулай. Был еңеүҙәре менән уларҙы ихлас тәбрикләйбеҙ!
Изге күңелле, йомарт Миләүшә Нурихан ҡыҙы конкурс ваҡытында әҙер панно, картина һәм балаҫтарҙы алырға теләге булғандарға таратып бирә.
— Улар ҡайҙалыр эленеп торасаҡ, йылмайыу һәм шатлыҡ бүләк итһендәр. Ә изгелек кире әйләнеп ҡайта ул, беҙ уны тоясаҡбыҙ, — тип фекер йөрөтә ул.
Алда — яңы саралар, ҡала халҡын боронғо кәҫеп — үләндән туҡыу менән таныштырыу өсөн Миләүшә Нурихан ҡыҙы яңы эшләнмәләр әҙерләргә тырыша.
Уның мауығыуҙары тураһында бик күп һөйләргә булыр ине. Ул татар халҡының баш кейеме — ҡалпаҡ, башҡорт халҡының түшелдеректәрен һ.б. нәмәләр тегә.
Үткән йыл ул “Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” миҙалына лайыҡ була. Бик лайыҡлы бүләк! Бөтә ҡаҙаныштарынан тыш шуны ла әйтеп үткем килә: тормош иптәше Хәжинур Шәйнур улы менән һоҡланғыс балалар һәм ейәндәр үҫтерәләр. Бөгөн улдары Рузалин һәм ейәндәре махсус хәрби операция зонаһында. Әсәй һәм өләсәйҙең борсолоуҙарын аңларға була. Ғәзиздәренең тиҙерәк иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ. Миләүшә ханымдың төпһөҙ йәшел күҙҙәре бары тик бәхет сатҡыларынан ғына балҡыһын!