Ҡурай
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡатын-ҡыҙ бәхете

“Сапҡан атты ла туҡтата, янған өйгә лә инә”, – ти Яңауыл ҡалаһы, Яңауыл һәм Ҡалтасы райондарының хәрби комиссары Марат Ҡауый улы Харисов Наталья Владимировна Әхмәтова тураһында, һәм шунда уҡ: “Беҙ уны бик хөрмәт итәбеҙ һәм ҡәҙерләйбеҙ!”, - тип өҫтәп ҡуя.

Наталья Владимировна Әхмәтова Ҡалтасы районында хәрби комиссариат вәкиле булып эшләй. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан беҙ уға бер нисә һорау бирҙек.

- Наталья Владимировна, үҙегеҙ тураһында һөйләгеҙ әле.

- Мин тыумышым менән Силәбе ҡалаһынан. Урта мәктәпте тамамланым. Һөнәрем буйынса - программист. Ғаиләлемен. Алты бала: ике ҡыҙ һәм дүрт ул тәрбиәләп үҫтерҙек.

- Хеҙмәт юлығыҙ нисек башланды? Был вазифала нисә йыл эшләйһегеҙ һәм эшегеҙ нимәнән ғибәрәт?

- Мин Ҡаҙаҡ ССР-ы Ҡарабалыҡ ҡалаһында балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләй башланым. Артабан белгеслегем буйынса эшләнем. 2003 йылдан, бер ни тиклем өҙөклөктәр менән, хәрби комиссариатта эшләйем, дөрөҫөрәге, 16 йыл. Эшем бик оҡшай. Эш нескәлектәренә килгәндә, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы граждандарҙың шәхси эштәрен рәсмиләштерәбеҙ, граждандарҙы беренсел иҫәпкә ҡуйырға саҡырып алабыҙ, хеҙмәткә саҡырыу документтарын рәсмиләштерәбеҙ, саҡырыу һәм медицина комиссияларын үткәрәбеҙ, хәрби хеҙмәткә ебәрәбеҙ.

- Граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу ниндәй ваҡытта үткәрелә?

- Саҡырыу комиссияһы йылына ике тапҡыр: 1 апрелдән 15 июнгә тиклем һәм 1 октябрҙән 31 декабргә тиклем уҙғарыла. Граждандарҙы тәү башлап хәрби иҫәпкә ҡуйыу 17 йәше тулған йылда башҡарыла һәм 1 ғинуарҙан 1 мартҡа тиклем үтә. Был эштәр барыһы ла йыл һайын башҡарыла.

- Үткән йылдар менән сағыштырғанда, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың физик әҙерлеге бөгөн ниндәй?

– Балаларға физик әҙерлеккә күберәк иғтибар бүлергә кәрәк. Күптәр юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә, уларҙы тамамлағас, магистратура, аспирантура, ординатурала белем ала. Хәрби хеҙмәткә, нигеҙҙә, һөнәр алып баралар: иретеп йәбештереүселәр, механиктар, электромонтерҙар, водителдәр.

- Ә “гражданинка”ла нимә менән шөғөлләнергә яратаһығыҙ? Әйҙәгеҙ, шул турала һөйләшәйек.

-  Ихатабыҙҙа 40 сорт роза, 8 сорт гортензия, флоксылар, ләләләр үҫһә лә, мин сәскә атмаусы үҫемлектәр, мәҫәлән, фикустар, пальмаларҙы яратам. Тере сәскәләр генә оҡшай, гөлләмәләр яратмайым. Ваҡытымды баҡсала рәхәтләнеп үткәрәм. Ике теплицабыҙ бар.

Ауылдаштарым кеүек үк картуф, помидор, ҡыяр, кәбеҫтә үҫтерәм, хатта виноград та бар. Ҡышҡылыҡҡа салаттар әҙерләп ҡуям. Әйтеүемсә, балаларым күп, дүрт ейән-ейәнсәрем бар. Улар әҙерләгән ризыҡтарымды яратып ашай. Балалар илебеҙҙең төрлө өлкә һәм республикаларында йәшәһәләр ҙә, йәйгеһен мотлаҡ бергә йыйылабыҙ.

- 23 февралдә тормош иптәшегезгә нимә бүләк иттегеҙ?

 - Ул вахта менән эшләй, һәм һәр ваҡыт бәйләнештә булһын өсөн уға яңы кеҫә телефоны бүләк иттем.

- 8 мартҡа ирегеҙ һеҙгә нимә бүләк итте?

- Был ғаилә сере булып ҡалһын.

- Ирҙәр коллективында үҙегеҙҙе нисек хис итәһегеҙ һәм хаҡлы ялға йыраҡмы әле?

– Үҙемде бик яҡшы тоям - иғтибар һәм хәстәрлек менән уратып алынғанмын. Ә пенсиягә килгәндә, ул турала уйламайым әле.

- Көнүҙәк һорау: махсус хәрби операциялағы яугирҙарға ниндәй ярҙам күрһәтелә?

- Төрлө ярҙам күрһәтелә: юридик, хоҡуҡи, ирекмәндәрҙән. Мәҫәлән, Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына психологик ярҙам күрһәтеү буйынса реабилитация үҙәге асылды.

- Һеҙ бәхетлеме һәм “бәхет” төшөнсәһен нисек аңлайһығыҙ?

 - Бәхетлемен, сөнки яратам һәм мине яраталар. Үҙемдең яҡындарыма: иремә, балаларыма, ейән-ейәнсәрҙәремә кәрәклегемде тоям, һәм улар ҙа миңә шулай уҡ ҡәҙерле. Ҡатын-ҡыҙ бәхете бына ошо ул! Һәм, әлбиттә, яратҡан эшем бар.

- Гәзит уҡыусыларыбыҙға ниндәй теләктәр әйтер инегеҙ?

- Беренсенән, һаулыҡ. Ғаилә именлеге, яҡшы кәйеф һәм донъялар тыныс, күктәр  аяҙ булыуын теләйем.

Бына шундай ул - Наталья Владимировна Әхмәтова: “сапҡан атты ла туҡтата, янған өйгә лә инә”.

Автор:Надежда Сандалова
Читайте нас: