Яҡташыбыҙ махсус хәрби операция барышында хәрби хеҙмәт бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн юғары дәүләт наградаһына лайыҡ булды. Район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө айҡанлы үткәрелгән тантаналы сарала Алмаз Сафин исемендәге башҡорт батальоны яугирына Жуков миҙалын тапшырҙы.
Махсус хәрби операция башланғас та, ул Тыуған ил именлеге һағына баҫырға теләк белдерә. Хәрби комиссариатҡа өс тапҡыр бара. Һәм һәр ваҡыт бер үк яуап: “Хеҙмәткә яраҡһыҙһың. Йәшең үткән” тигән һүҙҙәрҙе ишетә. Ул саҡта уға 61 йәш була. Әммә ныҡышмалылығы һәм Ватанға хеҙмәт итеү теләге көслө булыу арҡаһында былтыр август айында Оборона министрлығы менән контракт төҙөй.
– Хәрби комиссариаттан шылтыратып, ҡарарығыҙ үҙгәрмәнеме, тип һоранылар. Юҡ, әгәр алһағыҙ, мотлаҡ барам, тип яуапланым. Һәм мине алдылар. Үткән йылдың август айынан Алмаз Сафин исемендәге башҡорт батальонында хеҙмәт итәм, – тип һөйләне осрашыу ваҡытында яугир.
“Бабай” һүҙҙәренсә, ә уның ҡушаматы шундай, ғаиләһенән ил һағында тороусы ул ғына түгел. Өлкән улы – кадрлы хәрби. Ватан алдындағы изге бурысын үтәгәндән һуң, ғүмерен Тыуған илгә хеҙмәт итеүгә бағышларға ҡарар итә. Әлеге ваҡытта ул да махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурысын үтәй. Күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Батырлыҡ ордены һәм Жуков миҙалы менән бүләкләнгән.
– Махсус хәрби операция башланғандан алып ул хәрби поста. Бик оҙаҡ ваҡыт улыбыҙҙан хәбәр булманы, Аллаға шөкөр, ул иҫән-һау, хеҙмәт итә, – тип дауам итә һүҙен “Бабай”. – Тап шул саҡта мин, илебеҙ именлеген һаҡларға барырға кәрәк, тигән ныҡлы ҡарарға килдем. Был минең өсөн буш һүҙҙәр түгел. Мин балалар йортонда үҫтем. Миңә күп нәмәне дәүләтебеҙ бирҙе. Һәм мин Ватаным алдындағы бурысты үтәргә тейеш. Ҡарарым дөрөҫ, тип уйлайым.
“Бабай” бер нисә тапҡыр яралана. Әлеге ваҡытта хәрби госпиталдәрҙең береһендә реабилитация үтә.
– Табиптарҙан мине өйгә ҡайтарыуҙарын һораным, ҡатыным менән бер йыл күрешмәгәнбеҙ, – ти “Бабай”. – Минең ҡарарымды ваҡытында ул бик ауыр ҡабул итте. Яугирҙарға гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ярҙам итә.
“Бабай” әйтеүенсә, гуманитар ярҙам, яҡташтарҙан ебәрелгән посылкалар һалдаттарға барып етә.
– Батальоныбыҙҙа кәрәкле бөтә нәмә ла бар, – ти “Бабай”. – Кейем бер кейергә генә етә, хәрби бурысты үтәп ҡайтҡас, экипировканы тулыһынса алмаштырырға кәрәк. Районыбыҙ халҡына, район хакимиәтенә һәм Башҡортостан Хөкүмәтенә ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт. Балаларға йылы хаттары өсөн рәхмәт. Улар беҙҙең талисманыбыҙ, күҙ ҡараһылай һаҡлайбыҙ.
“Бабай” менән оҙаҡ һөйләштек. Ул иптәштәре, ауыр саҡтарҙа бер-береһенә нисек ярҙам итеүҙәре хаҡында һөйләне. “Беҙ – тотош бер ғаилә”, – ти ул үҙ-ара ярҙам һәм туғанлыҡ һалдаттар өсөн төп ҡиммәттәр булыуын билдәләп.
Улар көн дә хәүеф менән осраша. Бөтә ауырлыҡтарҙы бергәләп кенә еңеп сығырға мөмкин булыуына ышаналар. Ә беҙ яугирҙарыбыҙға тиҙерәк еңеү менән һәм иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.