- Мин «Сәләм, Андрей» программаһында ҡатнашырға тейеш инем: шағир Анатолий Поперечныйҙың 90 йыллығына арналған сығарылышта. Р е д а к т о р ҙ а р ғ а м и н е ң башҡарыуҙа Поперечныйҙың шиғырҙарына яҙылған «Маменька» йыры оҡшаған, уны социаль селтәрҙәге битемдә күргәндәр.
Ваҡыт аҙ ҡалыу сәбәпле, видеоны үҙебеҙгә төшөрөргә ҡалды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төшөрөлгән материал менән файлды Мәскәүҙә аса алмайҙар. Әммә барыбер мине «Бөтә күңелдән йырҙар» программаһының тыуған яҡҡа арналған сығарылышына саҡырырға ҡарар иткәндәр. Унда мин Владимир Харитоновтың «Я люблю свою землю» шиғырына Евгений Птичкин йырын башҡарҙым, - тип һөйләй Полина Ивановна.
Сығарылыш алдынан Мәскәүҙән төшөрөү төркөмө килеп, Полинаның һеңлеһе Лидия Ивановнаның Кувакино ауылындағы йортонда Полина, уның өлкән апаһы Ирина, әсәһе Серафима Кузьминична һәм кейәүҙәре Роман
ҡатнашлығында фильм төшөрә. Төшөрөү көнө буйы дауам итә. Полина һәм уның ғаиләһе ғәҙәти эштәр менән шөғөлләнә: кәзә һауып, тауыҡтар ашата, мунса яға, йырҙар йырлай һәм пирог бешерә һәм башҡалар.
- Максим Горький исемендәге киностудияла беҙҙе бик йылы ҡаршы алдылар. Һәр кемгә гример бирҙеләр. Репетицияға беренсе булып мине саҡырҙылар. Әлбиттә, ныҡ тулҡынландым. Бөтәһе биш эпизод төшөрөлдө, һәр береһендә икешәр йыр яңғыраны. Бөтә ҡатнашыусыларҙың да хикәйәләре ҡыҙыҡлы булды. Мин өсөнсө булып сығыш яһаным. Биш сәғәтлек эш һиҙҙермәй генә үтте, - ти Полина Итальева.
Сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла Андрей Малаховҡа һәм уның командаһына бүләктәр алып килә. Полина иһә бүләккә кәзә һөтө, пирог, башҡорт балы Һәм Краснокама районы тураһында китап алып бара. Башҡортостан Республикаһының һәм Мари Республикаһының атҡаҙанған артисы Полина Итальева ҡатнашлығында «Рәсәй-1» телеканалында «Бөтә күңелдән йырҙар» программаһын бөтә район менән көтөп алдыҡ һәм яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ.