- Тормош иптәшем Илдус менән студент саҡта таныштыҡ, 20 йылдан ашыу бергәбеҙ. Һәр ваҡыт ҙур ғаилә хаҡында хыялландыҡ, мин, игеҙәк малайҙар һәм наҙлыҡай – ҡыҙыҡай булһын ине, тип теләнем. Һәм хыялыбыҙ, теләгебеҙ тормошҡа ашты.
Ғаилә – ул хеҙмәт һәм хәстәрлек. Ирем менән бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, бер-беребеҙҙең башланғыстарыбыҙҙы хуплайбыҙ. Самира ҡыҙыбыҙ яуаплы, үҙ аллы, беҙ уның менән ижад итергә яратабыҙ, ул сәнғәт мәктәбен тамамланы. Хәҙер балалар өсөн мөмкинлектәр күп, әгәр нимәлер аңлашылмаһа йәки киреһенсә, барыһы ла аңлашылһа, әммә күберәк белем алырға теләһәң – барыһын да интернетта табырға була, балаларға үҫешергә ярҙам иткән конкурстарҙа ҡатнашырға мөмкин.
Булат һәм Морат улдарыбыҙ Пионерҙар һәм уҡыусылар йортона «Тикшереүсе» берекмәһенә йөрөй, унда конкурстарға әҙерләнәләр, эштәрен тәҡдим итергә, һорауҙарға яуап бирергә өйрәнәләр. Улар бик әүҙем, ирем менән мине гел хәрәкәттә тоталар. Атайҙары уларҙы эшкә өйрәтә, улар бәләкәйҙән ҙур ярҙамсы, беҙгә генә түгел, өләсәйҙәренә лә ярҙам итәләр, – ти ул. Быйыл Гөлназ әсәһе Зөһрә Амур ҡыҙы һәм ҡыҙы Самира менән «Ғаилә һәм Рәсәй халҡының мәҙәни йолалары» Бөтә Рәсәй конкурсфестивалендә ҡатнаша. Унда улар күкрәксәләр тәҡдим итеп, еңеүсе булалар һәм Мәскәүгә саҡырыу алалар. «Биш йыл элек әсәйем күкрәксә яһау менән мауыға башланы, артабан Самира менән беҙ ҙә ҡушылдыҡ. Әсәйем – ғәҙәти, ә беҙ аксессуар булараҡ йөрөтә торғандарҙы яһайбыҙ», – тип аңлата Гөлназ.
Конкурс-фестиваль уларҙы сағыулығы, үҙенсәлеге менән таң ҡалдыра. Рәсәйҙең төрлө мөйөшөнән килгән ижади күңелле кешеләр менән танышалар. Ҡатнашыусылар үҙҙәрен төрлө номинацияларҙа күрһәтә. Ә Гөлназ менән ҡыҙы «Кәҫеп» номинацияһында сығыш яһай.
- Дөрөҫөн әйткәндә, оҫталыҡ дәрестәрен бер ҡасан да үткәрмәнек. Ундай сараларҙа үҙебеҙ ҙә булманыҡ. Әммә беҙҙең бөтәһе лә килеп сыҡты, үҙ номинациябыҙҙа 1-се дәрәжә лауреат булдыҡ! – ти ул ғорурлыҡ менән. – Мәскәү беҙҙең күңелдәрҙә байрамса, күп милләтле һәм иҫ киткес ҡала булараҡ ҡалды. Балаларға фольклор, халыҡтар йолалары бик ҡыҙыҡлы. Башлыса, шулар таң ҡалдырҙы ла инде. Күп балалы әсә фекеренсә, балаларға ғаиләнең үҙенсәлекле асҡысын тапшырыу мөһим, был, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙ, әсә бурысы.
– Балаларыбыҙ милли йолалар һәм ҡиммәттәр араһында үҫә, һәм нәҡ беҙ уларға быуындар араһындағы бәйләнештәрҙе һаҡлап ҡалыу һәм нығытыу өсөн ғаилә тәжрибәһен, күсәгилешлекте тапшырырға тейешбеҙ, – тигән фекерҙә ул.
– Ғаиләбеҙҙә ике халыҡ тамыры үрелде: башҡорт һәм рус. Шуға күрә, балаларыбыҙ ике милләттең дә йолаларын күрә. Был бигерәк тә ҡыҙҙар өсөн мөһим, сөнки улар – ғаилә асҡысын ҡабул итеп, ғаилә йолаларын һаҡлаусылар. Мәҫәлән, башҡорт күкрәксәләрен эшләгәндә, әсәйем беҙгә үҙенең ғаиләһе, Әҡлимә өләсәһе тураһында һөйләне. Беҙ уны рәхәтләнеп тыңланыҡ һәм ижадҡа, тегеүгә һөйөү беҙҙә быуындан-быуынға күсеп килгәнлегенә төшөндөк. Конкурста ҡатнашып, үҙебеҙҙе башҡорт халҡының йолаларын дауам итеүселәр итеп күрһәтергә теләнек. Конкурсҡа ҡарт өләсәйемдең башҡорт кейемендә ғаиләһе менән төшкән 1950-се йылдар фотоһүрәтен алдыҡ. 21-се быуатта Рәсәйҙең баш ҡалаһында уның бүләсәре күкрәксә эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтеүе минең өсөн бик тулҡынландырғыс булды.
Беҙ шулай уҡ Гөлназдан, балалар өсөн нимә мөһим: матди байлыҡмы, әллә ата-әсәнең һөйөү-хәстәрлегеме, тип һораныҡ. «Ҡыҙыҡ һорау, — тине ул уйланып. Минеңсә, идеаль вариант — ул һөйөү һәм муллыҡтың бер тигеҙ булыуы».