Ҡурай
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йән рәхәте килтергән хобби

Светлана Башинская Ҡарый ауылы мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй: тарих, йәмғиәтте өйрәнеү һәм һынлы сәнғәт фәндәрен уҡыта. Ә буш ваҡытын ул кухняла үткәрергә ярата - кондитер сәнғәтенең ысын шедеврҙарын ижад итә.

Йән рәхәте килтергән хобби
Йән рәхәте килтергән хобби

Светлана Сергеевна аш-һыу менән мәктәп йылдарында уҡ мауыға башлай. Уға «Йорт тылсымсылары академияһы» китабы бик оҡшай - был ки­тап балаларҙы йорт хужалығы нигеҙҙәре менән таныштыра. Автор Саида Сахарова аш-һыу әҙерләү һәм йыйыштырыу, башҡа өй эштәре тураһында шул тиклем мауыҡтырғыс итеп яҙа, Света уның бөтә рецепта­рын һынап ҡарарға теләй.

- Әҙерләгән беренсе ризығым сырниктар ине. Өсөнсө кла­ста уҡый инем ул саҡта. Табаға йәбешеп ҡалһалар ҙа, сырниктар тәмле килеп сыҡты, өйҙәгеләргә лә бик оҡшаны, һәм мин артабан ҡатмарлыраҡ ризыҡтарға тотон­дом, - тип хәтерләй ул.

Тиҙҙән Светлана пирог, торт, зефир, маршмеллоу бешерә баш­лай. Был исемлекте оҙаҡ дауам итергә мөмкин. Ул, башлыса, тәм-том, десерттарға өҫтөнлөк бирә. Әҙерләү процесын, бигерәк тә биҙәү эштәрен ярата.

Бер тортты эшләү өсөн өс көн самаһы ваҡыт китә — барыһы ла ҡатмарлылыҡҡа бәйле. Беренсе көндә бисквит бешерелә, икен­се көндә крем һәм торт әҙерләп ҡуйырға кәрәк, ә өсөнсө көн тортты биҙәүгә китә.

Светлана рецептарҙы ен­текле һайлай, ингредиент­тар һәм биҙәү менән экспери­менттар үткәрә, шулай итеп, һәр яңы торт үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ булып килеп сыға.

Ул торттарының тәмле генә түгел, матур ҙа булыуын теләй. Бының өсөн төрлө биҙәү техникаһын өйрәнә, биҙәүестәр һәм биҙәү элементтарын ҡуллана. Декор торттың ниндәй осраҡҡа әҙерләнеүенә бәйле. Ҡайһыһын бешергәндә крем ғына ла етә, ҡайһыһында еләк, кәнфит, печенье ҡулланыла.

Әйткәндәй, ғаиләлә ба­нан тортын бик яраталар. Ә Светлананың төп ризығы – «Генерал» торты һәм шарлот­ка. Бешеренгәндә ул күпселек һеңлеһенән ҡалған совет рецеп­тарын файҙалана.

Аш-һыу әҙерләгәндә хужа- бикә электр мейесен өҫтөн күрә, унда бешерелгән ризыҡ газ мейесенә ҡарағанда матурыраҡ һәм йомшағырак килеп сыға, тип һанай Светлана.

Ҡыҙыҡ, үҙе ул ит һәм балыҡ ризыҡтары ашарға ярата, ә был шөғөлө, үҙе әйтеүенсә, файҙалы һәм ҡыҙыҡлы итеп ваҡыт үткәреү өсөн.

— Һәр кешенең үҙ буш ваҡыты бар, һәм үҙеңде бәхетле итеп тойоу өсөн уны файҙалы итеп үткәреү мөһим. Мауығыуым миңә һәләттәремде тормошҡа ашырырға, ижади потенциа­лымды асырға ярҙам итә. Торт әҙерләү процесы бер үк ваҡытта тынысландыра, икенсе яҡтан көс бирә һәм ҡәнәғәтлек тойғоһо килтерә, — тип уртаҡлаша Свет­лана. — Мауығыуым өсөн ҡайһы берҙә йоҡо һәм ял көндәрен ҡорбан итергә тура килә. Ә дуҫтарым, яҡындарым һәр ваҡыт минең уларға байрамға нимә бүләк итеүемде яҡшы белә. Шулай итеп, ҡулдан эшләгән шедеврҙар уларға та­ратыла. Ә өйҙәгеләр минең бөтә башланғыстарымды хуплай.

Автор:Фирая Салихзянова 
Читайте нас: