Нефтекама оҫталары Айҙар Усманов Һәм Земфира Ғиләжева «Өфө.Сәнғәт.Һөнәрҙәр.Сувенирҙар» күргәҙмәлә башҡорт халҡының традицияларын һәм мәҙәни мираҫын һаҡлаған һәм популярлаштырған өсөн бүләкләнгәндәр.
5 декабрҙән 7-һенә тиклем Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһында «Өфө. Сәнғәт. Һөнәрҙәр. Сувенирҙар» күргәҙмә үтте. Был халыҡ художество кәсебе өлкәһендәге мөһим ваҡиға, ул Башҡортостандан ғына түгел, бөтә Рәсәйҙән дә оҫталарҙы берләштерә. Бөтә Рәсәйҙән һәм яҡын сит илдәрҙән 55 шәхси оҫта тамашасыларҙы халыҡ художество кәсебе менән таныштырҙы.
Үҙ эштәрен күргәҙмәлә нефтекама оҫталары ла тәҡдим итте. Йомғаҡтар буйынса Земфира Ғиләжева «Кейеҙ менән эшләү буйынса иң яҡшы оҫта» дипломын алды, ә Айҙар Усманов «2024 йылдың иң яҡшы һөнәрсеһе» тип танылды, уға 50 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. Бындай конкурста беренсе урын - ысын рәссамдың ысын танылыуы.