Нефтекама ҡалаһынан эшҡыуар Гүзәл Нәбиева «Йыл эшҡыуары» республика конкурсы еңеүселәре иҫәбенә инде.
Быйыл «Йыл эшҡыуары» конкурсының республика этабына 54 муниципалитеттан 168 ғариза бирелгән. Финалға 40-тан ашыу ҡатнашыусы сыға, шуларҙың 16-һы еңеүсе була.
«Бизнес өсөн консалтинг хеҙмәттәре өлкәһендә йылдың яң яҡшы эшҡыуары» номинацияһында Нефтекаманан Нәбиева Гүзәл еңеүсе булды.
«Йыл эшҡыуары» конкурсының төп маҡсаты - Башҡортостан республикаһының иң яҡшы эшҡыуарҙарын дәртләндереү һәм төбәк иҡтисадын үҫтереү өсөн эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген популярлаштырыу. Был эшҡыуарҙарҙың уңыштарын таныу һәм уларҙың эш сифатын юғары баһалау.