Бөтә яңылыҡтар

Нефтекамала «Ҡышҡы марафон» үтте

Нефтекама ҡалаһы Яңы йылды спорт менән ҡаршы алды. Бөтә республиканан һәм Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан, хатта Мысырҙан һәм Ҡаҙағстандан 500-ҙән ашыу ҡатнашыусы «Ҡышҡы марафон»ды йүгерҙе.

Был юлы 520 ҡатнашыусы үҙ йәш төркөмдәрендә 120 призлы урын өсөн көрәшә. Һәр ваҡыттағыса, дистанциялар яңы килеүселәр, һәүәҫкәрҙәр һәм профессионалдар өсөн булды. Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә йүгерделәр.

Шулай уҡ спорт байрамында ҡатнашыусыларҙы утынлы ялан кухняһы, ҡайнар һурпа, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән байрам һәм концерт программаһы, һәр кем өсөн фирма бүләктәре көтте.

Байрамды «Тимер варяг» клубы ойошторды.

Нефтекамала «Ҡышҡы марафон» үтте
Нефтекамала «Ҡышҡы марафон» үтте
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас: