-2 °С
Болотло
«Нефтекама: ваҡыт күсәре» төҙөкләндереү проекты уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. Ошоноң арҡаһында быйыл ҡалала яңы йәмәғәт территорияһы барлыҡҡа киләсәк.
«Нефтекама: ваҡыт күсәре» проекты буйынса Ленин урамындағы аллеяны «ваҡыт күсәре» тип аңлаталар, ул ҡала үҫешенә бәйле бөтә темаларҙы берләштерә. Нефтекамала төҙөлөш бюджеты 136 050 000 һумға баһалана.
Яңы аллея Нефтекаманың визит карточкаһы булырға вәғәҙә итә. Быйыл йәй аҙағына тиклем биләмәне төҙөкләндереүҙе тамамлау планлаштырыла.