Ҡурай
+21 °С
Ясно
Урындағы яңылыҡтар
3 Февраля 2025, 10:38

Нефтекамала Ватанды һаҡлаусылар Йылы асылды

Нефтекама ҡалаһында СВОда ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү Йылын асыу тантанаһы үтте.

Нефтекамала Ватанды һаҡлаусылар Йылы асылдыНефтекамала Ватанды һаҡлаусылар Йылы асылды
Нефтекамала Ватанды һаҡлаусылар Йылы асылды

Нефтекама ҡалаһында СВОда ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү Йылын асыу тантанаһы үтте.

Махсус операция яугирҙәренә арналған Йылды асыу хөрмәтенә сара ҡала мәҙәниәт Үҙәгендә үтте. Концерт программаһы сараның ысын биҙәге булды. Ҡала мәҙәниәт Үҙәге артистары башҡарыуында сағыу номерҙар йыйылыусыларға бик яҡшы бүләк булды. Һуғыш йылдарындағы билдәле йырҙар, заманса патриотик йырҙар, шулай уҡ дәртле бейеүҙәр тамашасы аудиторияһына оҡшаны.

Концерт программаһы башланыр алдынан яугирҙар һәм уларҙың яҡындары өсөн консультациялар үтә. Хәрби комиссариат, «Ватанды Һаҡлаусылар» фонды, ҡала дауаханаһы, мәғариф идаралығы, суд приставтары хеҙмәте һәм башҡалар вәкилдәре СВОда ҡатнашыусыларының һәм уларҙың туғандарының һорауҙарына яуап бирҙе. Ҡала халҡына әлеге ваҡытта Башҡортостан Республикаһында ниндәй ярҙам саралары булыуы, ниндәй документтар тапшырырға кәрәклеге тураһында һөйләнеләр.

Нефтекамала Ватанды һаҡлаусылар Йылы асылды
Нефтекамала Ватанды һаҡлаусылар Йылы асылды
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас