Ҡурай
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
12 Февраль 2025, 15:11

Краснокама спортсылары алтын һәм бронза миҙалдар яуланы

Краснокама спортсылары еңел атлетика өсбәйгеһе буйынса Республика ярыштарында беренсе һәм өсөнсө урындарҙы яуланы.

Ике көн эсендә Стәрлетамаҡта үткән ярыштарҙа республиканың 11 ҡала һәм районынан 390 спортсы ҡатнашты. Спортсылар йүгереүҙә, оҙонлоҡҡа һәм бейеклеккә һикереүҙә ярышты. Бөтәһе 30 комплект миҙал уйнатыла. Ярыштар һөҙөмтәһендә Урал Низаметдинов дөйөм зачетта 1-се урынды ала, Самира Мияссарова 3-сө урынға лайыҡ булды.

Солтан Мәзитов Һәм Анна Червякова яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Бынан тыш, Ҡазанға Рәсәй этабына Новокабаново ауылы мәктәп-интернатынан, Музяк ауылы мәктәбенән, Николо-Берёзовка ауылы мәктәбенән егеттәр һәм ҡыҙҙар командалары һайлап алына.

Спортсыларҙың еңеүҙәрендә, әлбиттә, уларҙың тренерҙары Дилара Шәйҙуллина, Марсель Низаметдинов, Владимир Спиридонов, Эльвина Ғарипованың хеҙмәте ҙур.

Краснокама спортсылары алтын һәм бронза миҙалдар яуланы
Краснокама спортсылары алтын һәм бронза миҙалдар яуланы
Автор: Лилия Насртдинова   
Читайте нас