Ҡурай
+13 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
14 Февраля 2025, 06:00

Был тема тураһында өндәшмәү мөмкин түгел

Районда үткән Краснокама башҡорттары ҡоролтайы ултырышында хәрби хәбәрсе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы комиссияһы рәйесе урынбаҫары, БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Ильяс Батыргәрәев та ҡатнашты.

Районда үткән Краснокама башҡорттары ҡоролтайы ултырышында хәрби хәбәрсе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы комиссияһы рәйесе урынбаҫары, БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Ильяс Батыргәрәев та ҡатнашты.

30 йәшендә Ильяс Айрат улы музыкант, йәмәғәт эшмәкәре, блогер, хәрби хәбәрсе, тормош иптәше һәм атай сифатында уңышҡа ирешә, Шайморатов  миҙалы менән бүләкләнә. Ильяс Батыргәрәев һөнәри һәм йәмәғәт эшмәкәрлегенең ҡайһы бер мәлдәре тураһында беҙҙең менән уртаҡлашты.

— Ильяс, журналистикаға нисек эләктегеҙ һәм ни өсөн тап ошо юлды һайланығыҙ?

— Мин һоҡланғыс ғаиләлә үҫтем. Әсәйем Благовещен ҡалаһы гәзитендә тәүҙә журналист, һуңынан мөхәррир булып ғүмере буйы эшләне, атайым инженер булып хеҙмәт һалды. Ағайым техник йүнәлеште һайланы, ә мин журналист булырға ҡарар иттем. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел ине, сөнки мин редакцияла үҫтем, әсәйемдең эш урынында йыш булдым, һәм был миңә бик оҡшаны. Шуға күрә, Санкт-Петербург дәүләт кино һәм телевидение институтында журналист һөнәрен үҙләштерҙем.

Уҡыуымды тамамлағас тыуған яғыма ҡайтып, Благовещен районының «Панорама» гәзитендә журналист булып эшләй башланым. Ә бер нисә йылдан БСТ телеканалына эшкә күстем, һуңынан башҡа телеканалдарҙа ла эшләнем. Бер үк ваҡытта үҙемдең шәхси брендты үҫтерә башланым, блогер булып киттем.

— Хәрби хәбәрсе булып китеүегеҙ тураһында һөйләгеҙ әле.

— Махсус операцияның башынан уҡ был темаға битараф булманым, әммә хәрби хеҙмәткәр булыу тураһында уйламаным да. Быға, моғайын, бер нисә осраҡ килтергәндер. Мәҫәлән, махсус хәрби операция башланғас, Луганск балаларының ҙур төркөмө Башҡортостанға килде. Өфө буйлап йәйәүле экскурсияларҙың береһендә уларҙы БСТ телеканалының төшөрөү төркөмө лә оҙатып йөрөнө. Шулай, урамдың ҡаршы яғындағы күп ҡатлы йорттарҙың береһенең ҡыйығынан ҡар ташлайҙар ине, һәм ҙур боҙ киҫәге гөрһөлдәп ергә килеп төшкәс, бомбаға тотоу ваҡытында өйрәтелгәнсә, балалар ергә һыйынды. Күргәндәрем мине ныҡ тетрәндерҙе һәм күп нәмә тураһында уйланырға мәжбүр итте.

2022 йылдың октябрендә Ҡоролтайҙа гуманитар ярҙам ебәреү ойошторолдо, унда мин дә барҙым. Был минең Донбасҡа тәүгә барыуым ине. Икенсеһендә генерал Миңлеғәле Шайморатовтың туғаны Марат Ғәҙелшин менән гумконвой менән барҙыҡ. Ул бронялы «Урал»ды йыйып, МХО-лағы яугирҙарға шәхсән илтеп тапшырҙы. Ул саҡта, 2023 йылдың апрель башында, беҙ генералдың һәләк булған урынында – ЛНР-ҙың Штеровка ауылында, шулай уҡ М.Шайморатов исемендәге мәктәп урынлашҡан Петровский ҡалаһында булдыҡ. Был сәйәхәттәр ваҡытында күргәндәрем, ошо төбәктәрҙә йәшәүселәр, беҙҙең яугирҙар менән һөйләшкәндәрем тураһында сюжеттар төшөрҙөм, һәм, әлбиттә, тәьҫораттар бик күп булды.

Был ике сәфәрҙән һуң республиканың беренсе вице-премьеры Азат Баҙрановтан журналист булараҡ алғы һыҙыҡҡа барырға саҡырыу килде, ул саҡта Азат Баҙранов контракт төҙөп МХО-ға киткәйне. Был тәҡдимдә үҙемде күрһәтергә, яугирҙар менән алғы һыҙыҡта осрашырға мөмкинлек күрҙем. 2023 йылдың 20 майынан август аҙағына тиклем махсус хәрби операция үткән территорияла булдым.

 — МХО зонаһына барыу ҡарарыңды ғаиләң нисек ҡабул итте?

— Был минең, ата-әсәйем, ҡатыным өсөн ҙур һынау булды. Улар был теләгемде бик ауыр ҡабул итте, әммә шул уҡ ваҡытта был мөһим бурыс һәм унан баш тартырға ярамағанлығын яҡшы аңлайҙар ине.

— Махсус хәрби операциянан, алғы һыҙыҡтан тәүге тәьҫораттар ниндәй булды?

— Мин шок хәлендә булдым. Эйе, бөтә инструктаждарҙы үттем, кейем-һалым, бронежилеттар кейҙем, һәр ерҙә оҙатып йөрөнөләр, әммә унда барған ваҡиғаларға мин әҙер түгел инем, шул тиклем ҡурҡыныс булыр, тип уйламаным. Әммә кеше бөтә нәмәгә лә күнегә, күрәһең. Бер аҙҙан мин тыныслана төштөм. Тик эш хаҡында ғына уйланым, был иғтибарҙы тупларға ярҙам итте. Минең бурысым геройҙарҙың тарихы тураһында һөйләү ине.

— Яугирҙар аралашыуға еңел бара инеме, үҙҙәре, кисерештәре тураһында еңел һөйләй инеме?

— Беҙ сюжеттар төшөрөргә һәм төрлө урындарҙа яугирҙар менән аралашырға барҙыҡ. Улар өсөн был бик мөһим, сөнки һалдаттар үҙҙәренә булған мөнәсәбәтте нескә тоя, һәм әгәр һин асыҡ икән, улар ҙа һиңә ҡарата шундай мөнәсәбәттә. Беҙҙең килеүебеҙ улар өсөн һәр ваҡыт байрам булып, күңел кисерештәре менән уртаҡлашалар ине, һәм минең бурысым — быны кешеләргә дөрөҫ еткереү.

Бөтә яугирҙар ҙа өйҙән килгән хәбәрҙәргә, бигерәк тә балалар һүрәттәре, шиғырҙарға ысын күңелдән шатлана, ҡайһы берҙә уларҙы күҙ йәштәре аша уҡыйҙар. Шул ғәжәпләндерҙе, беҙҙең батальондарҙағы төрлө милләт яугирҙары үҙҙәрен башҡортбоҙ, тип атай. Бөтә яугирҙар ҙа өйҙәренә, туғандары эргәһенә ҡайтырға теләй, әммә Ватан мәнфәғәттәре беренсе урында икәнлеген яҡшы аңлайҙар.

— Ильяс, ғүмерегеҙгә ҡурҡыныс янаған осраҡтар булдымы?

— Эйе, хатта бер нисә тапҡыр булды. Бер ваҡыт эш ҡыҙыулығы менән дошман позицияларына ни тиклем яҡын килгәнемә иғтибар итмәгәнмен, Азат Баҙранов, артабан хәрәкәт итеү бик хәүефле, тип ҡысҡырҙы. Бер ваҡыт окоптан мине унда  дуҫлашҡан яугир, Толя ағай — мин уны шулай тип атай инем — алып сыҡты, ул саҡта беҙ мөғжизә менән иҫән ҡалдыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ул иҫән түгел инде. Һәм иң ауыры күптән түгел аралашҡан һалдаттарҙың һәләк булыуы тураһында ишетеү. Был хаҡта һөйләү һәр ваҡыт ауыр.

Хәҙер һеҙҙең сюжеттарҙа был яугирҙар тураһында иҫтәлек. Сюжеттар нисек барлыҡҡа килә?

— Башҡортостандан махсус хәрби операция зонаһында даими рәүештә һигеҙ-туғыҙ хәрби хәбәрсе эшләй. Башлыса, был хәбәрсе һәм операторҙан торған команда. Мин һәр ваҡыт бер үҙем эшләйем, минең командам – мин һәм телефоным. Барыһын да телефонға төшөрәм, шунда уҡ монтажлайым. Бер яҡтан, был еңел, икенсе яҡтан, ҡатмарлы ла – эш менән шул тиклем мәшғүл булаһың, ҡайһы берҙә эргәлә килеп тыуған хәүефте лә һиҙмәйһең.

— Хәрби хәрәкәттәр тамамланғандан һуң ниндәй йүнәлештә эшләргә уйлайһығыҙ?

— Һуғыш, Алла бирһә, тамамланасаҡ, әммә яугирҙарыбыҙҙың тарихы дауам итәсәк. Уларҙың ҡаһарманлығы, сыҙамлығы дәүләт тарафынан онотолмаһын өсөн барыһын да эшләргә кәрәк. Махсус хәрби операцияла, шулай уҡ Афған һуғышында, Чечен конфликтында ҡатнашҡандарҙы оноторға тейеш түгелбеҙ. Уларға тыныс тормошҡа ҡайтыу еңел булмаясаҡ, хәстәрлегебеҙ һәм иғтибарыбыҙ, шул иҫәптән киң мәғлүмәт саралары ла кәрәк буласаҡ.

— Был йүнәлештә һеҙ эшләй башланығыҙ ҙа инде: уҡыусылар, студенттар менән осрашаһығыҙ...

— Шулай тип әйтергә лә мөмкин. Был тема тураһында өндәшмәү мөмкин түгел. Һәм йәштәргә атайҙары, туғандары, таныштары, ауылдаштарының алғы һыҙыҡта нисек ауырлыҡтарҙы нисек еңеп сығыуын, юғары оҫталыҡ менән хеҙмәт итеүен, үтә хәүефле шарттарға яраҡлашып, нисек эшләүҙәрен күрһәтергә кәрәк. Йәштәр һалдаттарҙың батырлығын, уларҙың үҙ иленә һәм еңеүгә ышанысын белергә тейеш.

— Осрашыу барышында балалар һорауҙар бирәлер, моғайын. Күберәк нимә тураһында һорайҙар?

— Башланғыс класс уҡыусыларын көнкүреш һорауҙары ҡыҙыҡһындыра, мәҫәлән, яугирҙар нимә ашай, ҡайҙа йоҡлай, ә өлкәнерәктәргә ни өсөн шулай килеп сыҡҡанын аңлатырға тура килә. Йәштәр аҡыллы, ижади күңелле, улар менән аралашыу ҡыҙыҡлы.

— Ә Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайындағы эшмәкәрлек тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?
— Мин унда инергә ынтылманым, ғариза бирмәнем. Әммә мине күреп, унда саҡырҙылар. Хәҙер ҙур теләк менән төрлө сараларҙа, фольклор байрамдарында ҡатнашам — быларҙың барыһы ла миңә бик ҡыҙыҡлы. Һәм сараларҙан сюжеттар ҡыҙыҡлы, сағыу килеп сыға.

Ҡоролтайҙағы эшмәкәрлек миңә ниндәйҙер кимәлдә яҡын — әсәйем 15 йыл Благовещен ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе булды. Ул беҙҙә тыуған мәҙәниәтебеҙгә, йолаларыбыҙға һөйөү тәрбиәләне. Мин үҙемде ысын башҡорт тип һанайым, ҡыҙғаныс, туған телемде белмәйем. Минең өсөн иң мөһиме — тарихыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлап ҡалыу ынтылышы, һәм, әлбиттә, бөгөн Ватанын һаҡлаған башҡорт яугирҙары хаҡында һөйләү.

 


 

Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас