Ҡурай
+23 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
17 Апреля 2025, 08:47

Нефтекамала полиция эттәренең эш сифаттарын тикшерҙеләр

Ошо көндәрҙә Рәсәй эске эштәр министрлығының Нефтекама ҡалаһы буйынса бүлегенең кинология хеҙмәте Үҙәгендә «Хеҙмәт эттәренең эш сифаттарын тикшереү» тип аталған сара үтте.

Нефтекамала полиция эттәренең эш сифаттарын тикшерҙеләрНефтекамала полиция эттәренең эш сифаттарын тикшерҙеләр
Нефтекамала полиция эттәренең эш сифаттарын тикшерҙеләр

Ошо көндәрҙә Рәсәй эске эштәр министрлығының Нефтекама ҡалаһы буйынса бүлегенең кинология хеҙмәте Үҙәгендә «Хеҙмәт эттәренең эш сифаттарын тикшереү» тип аталған сара үтте.

Унда Ағиҙел, Нефтекама, Яңауыл ҡалалары, шулай уҡ Илеш, Ҡалтасы, Краснокама, Тәтешле райондары полиция бүлектәре һәм бүлексәләре кинологтары ҡатнашты. Дүрт аяҡлы полицейскийҙар өсөн был етди имтихан йыл һайын үткәрелә.

Тикшереү саралары бер нисә йүнәлеш буйынса үткәрелә. Был дөйөм эҙләү профиле һәм урындарҙы тикшереү. Билдәләнгән нормативтар буйынса хеҙмәт эте шартлатҡыс матдәләр, шартлатҡыс ҡоролмалар, ҡорал һәм боеприпастар, наркотиктар, психотроп матдәләр йәки уларҙың аналогтары, уларҙың еҫе буйынса башҡа маҡсатлы матдәләр, мәҫәлән, кеше, этил спирты, тәмәке продукцияһы еҫе буйынса, шулай уҡ конвойҙа йөрөү, урындарҙы һәм объектты тикшереү менән шөғөлләнә белергә тейеш.

Хеҙмәт эттәренең эш сифатын махсус тикшереү тамамланғас, һөҙөмтәләр иғлан ителә. Нефтекама, Ҡалтасы һәм Илеш кинологтары юғары балл алды. Ҡайһы бер бүлектәрҙең кинологтарына етешһеҙлектәр күрһәтелә. Эттәрҙе имтиханлаһалар ҙа, баһалар, нисек кенә булмаһын, полиция кинологтарына ла ҡуйыла.

Ә Диплом һәм иң яҡшы ҡатнашыусы кубогын Рәсәй эске эштәр министрлығының Нефтекама ҡалаһы буйынса бүлегенең кинолог младший  инспекторы Ринат Табавилов Шик ҡушаматлы хеҙмәт эте менән алды.

 

 

 

 

 

 

Нефтекамала полиция эттәренең эш сифаттарын тикшерҙеләр
Нефтекамала полиция эттәренең эш сифаттарын тикшерҙеләр
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас