Ҡурай
+14 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
21 Апреля 2025, 05:36

Краснокамалар физика буйынса күренекле белем күрһәтте

Краснокама районының Николо-Берёзовка ауылы мәктәбе командаһы (Анна Вершинина, Рәсүл Ямалетдинов һәм Самир Хәмәтнуров) «Физика буйынса Башҡортостан кубогы» республика турниры финалында I дәрәжә Диплом яуланы. Балалар республиканың 48 ҡала һәм районынан уҡыусылар араһында иң яҡшыһы булды.

Краснокамалар физика буйынса күренекле белем күрһәттеКраснокамалар физика буйынса күренекле белем күрһәтте
Краснокамалар физика буйынса күренекле белем күрһәтте

Краснокама районының Николо-Берёзовка ауылы мәктәбе командаһы (Анна Вершинина, Рәсүл Ямалетдинов һәм Самир Хәмәтнуров) «Физика буйынса Башҡортостан кубогы» республика турниры финалында I дәрәжә Диплом яуланы. Балалар республиканың 48 ҡала һәм районынан уҡыусылар араһында иң яҡшыһы булды.

«Физика буйынса Башҡортостан кубогы» Республика турниры финалы Өфөлә Өфө фән һәм технологиялар университеты базаһында үтте. Быйыл иң яҡшылар исеменә республикабыҙҙың 48 ҡала һәм районынан уҡыусылар көс һынашты.

Һуңғы этапта ҡатнашыусыларға физиканың төрлө бүлектәрендә 12 ҡатмарлы мәсьәләне хәл итергә тура килә, улар тәрән белем һәм командала эшләү оҫталығын күрһәтә.

Николо-Берёзовка ауылы мәктәбенән командаһы бик яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Анна Вершинина, Рәсүл Ямалетдинов һәм Самир Хәмәтнуров бөтә һынауҙарҙы ла уңышлы үтте һәм I дәрәжә Диплом яуланылар!

Команданы бындай юғары ҡаҙаныштарға физика уҡытыусыһы Әлфисә Абдулла Ҡыҙы Мәғсүмова әҙерләне.

Краснокамалар физика буйынса күренекле белем күрһәтте
Краснокамалар физика буйынса күренекле белем күрһәтте
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас