

Краснокама районының Ҡуян ауылы Балалар сәнғәт мәктәбенең «Сюрприз» өлгөлө хореография коллективы «Башҡортостан йондоҙо» бөтә Рәсәй күп жанрлы конкурс-фестиваленән ике диплом алып ҡайтты.
«Башҡортостан йондоҙо» бөтә Рәсәй күп жанрлы конкурс-фестивале 19 апрелдә Өфөлә үтте. Фестиваль Башҡортостандан, Татарстандан, Санкт-Петербургтан, Ырымбурҙан, Ҡаҙағстандан һәм башҡа төбәктәрҙән 1000-дән ашыу һәләтле баланы берләштергән ысын мәҙәниәт байрамына әүерелде.
Конкурста Ҡуян ауылының балалар сәнғәт мәктәбенең «Сюрприз» өлгөлө хореография коллективы ла ҡатнашты. Коллектив ике бейеү номеры менән сығыш яһаны: «Киске күңел асыуҙар» татар бейеүе (ҡуйыусыһы Лилиә Хәйбрахманова) һәм «Хип-хоп» эстрада бейеүе (ҡуйыусыһы Олеся Вәлиева).
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса «Сюрприз» ике III дәрәжә лауреат дипломын алып ҡайтты.