Ҡурай
+4 °С
Ясно
Урындағы яңылыҡтар
24 Апреля 2025, 08:12

Нефтекамала «Рухият» татар театрының премьераһы үтте

Нефтекамала «Рухият» татар театрының «Яҙылмаған һуғыш» премьераһы үтте. Был ғәҙәти спектакль түгел, ә документаль-художестволы постановка.

Добавить в предпочтительные источники Google
Нефтекамала «Рухият» татар театрының премьераһы үттеНефтекамала «Рухият» татар театрының премьераһы үтте
Нефтекамала «Рухият» татар театрының премьераһы үтте

Нефтекамала «Рухият» татар театрының «Яҙылмаған һуғыш» премьераһы үтте. Был ғәҙәти спектакль түгел, ә документаль-художестволы постановка.

Нефтекаманың милли мәҙәниәттәр Үҙәге ҡарамағындағы «Рухият» театры быйыл февралдә ойошторолдо, шуға күрә ул бик йәш театрҙың дебюты булды. Театрҙы Гөлнара Ғилемханова етәкләй, ул «Яҙылмаған һуғыш» әҫәренең авторы ла.

Спектакль өс бүлектән торды: «Кәримә», «Зәйтүнә», «Бәхетле хата. Лида». Уларҙың һәр береһендә ысын кешеләрҙең яҙмышы һүрәтләнә. Беренсе бүлектә тылдағы тормош күрһәтелә. Нигеҙенә районда күптәргә билдәле штаттан тыш автор, хәҙер мәрхүм Хатип Кашаповтың хәтирәләре һалына.

«Зәйтүнә» бүлегендә бөтә ғаиләһе менән әсирлеккә эләккән бәләкәй Зәйтүнә тарихы тураһында бәйән ителә. «Бәхетле хата. Лида» ғаилә ике тапҡыр ерләнгән һалдат тарихы.

Спектаклдә тәжрибәле актерҙар менән бер рәттән студенттар, уҡыусылар һәм хатта мәктәпкәсә йәштәге балалар ҙа уйнай. Тамашасылар спектаклде йылы ҡабул итә, күптәр күҙ йәштәрен тыя алмай.

Фото: Руслан Никонов

Нефтекамала «Рухият» татар театрының премьераһы үтте
Нефтекамала «Рухият» татар театрының премьераһы үтте
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас