Ҡурай
+19 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
29 Апреля 2025, 09:45

Краснокама районында Геройҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Быйыл Краснокама районында тыуып үҫкән Советтар Союзы Геройы Сөләймәнов Шәриф Сөләймән улының тыуыуына 105 йыл тула, ул 1971-1988 йылдарҙа БАССР– ҙың финанс министры булып эшләй. Уның хөрмәтенә тыуған Яңы Ҡайынлыҡ ауылында аллея ултыртылды.

Краснокама районында Геройҙы хөрмәтләп иҫкә алдыларКраснокама районында Геройҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар
Краснокама районында Геройҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Быйыл Краснокама районында тыуып үҫкән Советтар Союзы Геройы Сөләймәнов Шәриф Сөләймән улының тыуыуына 105 йыл тула, ул 1971-1988 йылдарҙа БАССР– ҙың финанс министры булып эшләй. Уның хөрмәтенә тыуған Яңы Ҡайынлыҡ ауылында аллея ултыртылды.

Геройҙы хөрмәтләп иҫкә алырға финанс министры Светлана Малинская етәкселегендәге Башҡортостан республикаһы финанс Министрлығы етәкселеге килде. Яңы Ҡайынлыҡ ауылында делегация ағзалары Шәриф Сөләймән улының йорт-музейында булды, Билдәһеҙ һалдат һәйкәле янында сәскәләр һалды һәм музей һәм күп функциялы мәҙәниәт йорто биләмәһендә Шәриф Сөләймәнов бюсы янында зәңгәр шыршылар ултыртты. Шулай уҡ Шәриф Сөләймәнов исемендәге мәктәп-интернаттың мәктәп стадионында булды, унда район ярыштарын асыуҙа ҡатнашты. Стадион эргәһендәге территорияла ла ағастар ултыртыу ойошторолды.

Шулай уҡ был көндө район территорияһында территорияларҙы йыйыштырыу, ағастар һәм йәшеллектәр ултыртыу буйынса саралар үтте.

 

Краснокама районында Геройҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар
Краснокама районында Геройҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас