

Нефтекама ҡалаһының 7-се мәктәбенең «Юнга» кадеттары XI «Мәскәү. Май. Еңеү» хәрби-патриотик слётында абсолют еңеүселәр булды.
Сара 30 апрелдән 3 майға тиклем Мәскәүҙә үтә. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән кадет учреждениелары, юнармей отрядтары, хәрби-патриотик клубтар тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты.
Смотрҙа кадеттарҙың тышҡы ҡиәфәтен, тантаналы марш үтеүен һәм саф алымдарының дөрөҫлөгөн, спорт күнекмәләрен баһалайҙар. Бөтә һынауҙар йомғаҡтары буйынса «Юнга» кадеттары тантаналы марш, йыр менән сафҡа инеү, спорт ярыштары этабында, хәрби-тарихи викторинала беренсе урындар яуланы.
Билдәләп үтергә кәрәк, слетты үткәреүҙең маҡсаты-сафта яраҡлашыуҙың башланғыс күнекмәләрен нығытыу һәм саф әҙерлеге буйынса иң яҡшы юнармей һәм кадет кластарын билдәләү.