Ҡурай
+15 °С
Дождь

Тыуған илгә һөйөүен хеҙмәте менән сағылдыра

Николо-Березовка ауылынан Александр Созыкин махсус хәрби операция зонаһына үҙ теләге менән бара. Йәрәхәтләнеп, хәрби-медицина ҡарары буйынса запасҡа сыҡһа ла, патриотик эште дауам итергә теләге ҙур.

Тыуған илгә һөйөүен хеҙмәте менән сағылдыраТыуған илгә һөйөүен хеҙмәте менән сағылдыра
Тыуған илгә һөйөүен хеҙмәте менән сағылдыра

Николо-Березовка ауылынан Александр Созыкин махсус хәрби операция зонаһына үҙ теләге менән бара. Йәрәхәтләнеп, хәрби-медицина ҡарары буйынса запасҡа сыҡһа ла, патриотик эште дауам итергә теләге ҙур.

Александр Созыкин МХО зонаһына 2022 йылда мобилизация башланғас та  барырға ҡарар итә. Мобилизацияланыусылар араһында уның дуҫтары, таныштары була. Хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт иткәс, уны алмайҙар. Шул уҡ теләген 2023 йылда ла белдерә, һәм, ниһайәт, 2023 йылдың декабрендә Оборона министрлығы менән контракт төҙөй.

— Барҙым да контрактҡа ҡул ҡуйҙым. Әҙерлек үткәндән һуң, Запорожьеға ебәрҙеләр, унда районыбыҙҙан, Нефтекама ҡалаһынан күптәр хеҙмәт итә ине, бик күп дуҫтарым унда. Улар илебеҙ именлеген һаҡлағанда, мин дә ситтә ҡала алманым, — тип һөйләй Александр.

Алғы һыҙыҡта уны дуҫтары, яҡташтары йылы ҡаршылай. Уға “Зема” тип ҡушамат бирәләр, сөнки яҡташтары уны шулай атап йөрөтә.

Александрға унда барыу еңелдән булмай. Эш шунда, хәрби хеҙмәткә уның бер ниндәй мөнәсәбәте лә булмай, сөнки армияла хеҙмәт итмәй. Ул иретеп йәбештереүсе булып эшләй, ғаилә ҡора. Әммә дуҫтарының өлгөһө һәм үҫмер сағында райондың патриотик лагерында ял итүе үҙенекен итә. Баҡтиһәң, хәрби-патриотик лагерҙа Александр иң яҡшы тәрбиәләнеүсе була. Әйткәндәй, һуңыраҡ, был лагерҙы “Оперативник” исеменә үҙгәртәләр, был исем аҫтында ул бөгөн дә эшләй.

— Лагерь 12-14 йәшлек балаларҙы ҡабул итә, ә Александр унда 12 йәшендә бара. Ул саҡта уҡ үтә яуаплы ине, армияла хеҙмәт итеү тураһында хыялланды, бик яҡшы атыша ине, командирҙар өйрәткәнде “һә” тигәнсе отоп барҙы. Лагерҙа йыл һайын булды. Ул ваҡытта уҡ уның илебеҙҙең ысын патриоты икәнлеге яҡшы аңлашылды. Беҙ уның менән ғорурландыҡ, һәм, әлбиттә, хәҙер ҙә ғорурланабыҙ, — тип һөйләй “Оперативник” хәрби-патриотик лагерь начальнигы Римма Фабер һәм Александрҙың лагерҙа тәүҙә курсант, унан инструктор ярҙамсыһы, һәм артабанғы йылдарҙа үҙе үк инструктор, өлкән остаз булыуы хаҡында һөйләй.

Уның ысын патриот булыуында хәрби-патриотик лагерҙың роле баһалап бөткөһөҙ булыуы тураһында Александр үҙе лә һөйләй.

— Мин унда бәләкәйҙән, ул асылғандан башлап шөғөлләндем. Унда беҙҙең менән ҡыҙыу нөктәләрҙә булған инструкторҙар шөғөлләнде. Был лагерь мине бик күп яҡшы нәмәләргә өйрәтте. Ул тәжрибәгә бөгөн дә рәхмәтлемен, — тип һөйләй яугир.

Лагерҙа алған белемдәре Александрға алғы һыҙыҡта бик ярҙам итә. Инструкторҙар өйрәткәнде шунда уҡ отоп ала. Александрҙы пулеметсы булырға өйрәтәләр. Һәм ул ышанып тапшырылған бурыстарҙы, ҙур хәүеф булыуына ҡарамаҫтан, яуаплы башҡара. Шуның менән дуҫтары һәм командованиеның ихтирамын яулай.

Әммә һалдаттың хәрби юлын ҡаты яраланыу туҡтата. Унан Александр дауаланыу үтә, сәләмәтлеге хәрби хеҙмәтте артабан дауам итергә ҡамасаулай. Әммә ул күңелен төшөрмәй, хәҙер тыныс тормошта файҙа килтерергә ынтыла.

— Үҙ туған илеңде яратмағас, нисек йәшәргә һуң? Минеңсә, Ватанға хеҙмәт итергә һәм ҡулыңдан килгәнсә булышырға кәрәк. Мин ҡулымдан килгәнсә хеҙмәт иттем. Хәҙер үҫеп килеүсе быуын менән эшләргә уйлайым, мәҫәлән, мине тәрбиәләгән шул уҡ хәрби-патриотик лагерҙа. Һәрхәлдә, минең артабанғы тормошом был эш менән бәйле буласаҡ, сөнки махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеү уның ни тиклем мөһим икәнлеген күрһәтте, — ти “Зема”.

       



 

Тыуған илгә һөйөүен хеҙмәте менән сағылдыра
Тыуған илгә һөйөүен хеҙмәте менән сағылдыра
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас