

«Башнефть-Добыча» Арлан нефть ятҡылығы хеҙмәткәрҙәре Нефтекама ҡалаһында бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы хөрмәтенә «80» һаны формаһында 100 ҡарағайҙан торған геоглиф ултыртты.
Сара «Экологик именлек» милли проекты сиктәрендә үтте. Арлан нефть һәм газ сығарыу төбәге начальнигы Руслан Ян һүҙҙәренсә, бындай акция — киләсәк быуындарҙың тыныс тормошо өсөн үҙҙәрен ҡорбан иткән кешеләргә хөрмәт билдәһе.
Бынан тыш, шул уҡ көндө компания хеҙмәткәрҙәре Магистраль урамында 90 тирәк ултырта. Ойоштороусылар фекеренсә, буласаҡ бейек ағастар, уҡыу йорттарын шау-шыулы сәнәғәт зонаһынан һаҡлап, һауаны таҙартыуға булышлыҡ итеп, һаҡлағыс йәшел коридор барлыҡҡа килтерә.
2020 йылдан «Башнефть-Добыча» Башҡортостанда биоресурстарҙы тергеҙеү буйынса күләмле тәбиғәтте һаҡлау башланғысын тормошҡа ашыра. Был ваҡыт эсендә республиканың төрлө ҡала һәм райондарында 1100 гектарҙан ашыу майҙанда 4 миллионға яҡын ағас ултыртылған.