Ҡурай
+20 °С
Болотло

Ауаҙдаш осорҙар

Бөгөн гәзиттәребеҙҙә баҫылып сыҡҡан бик күп мәҡәләләр һуғыш йылдарында сыҡҡан мәҡәләләр менән ауаздаш. Был хеҙмәт ҡаҙаныштары, фронт өсөн аҡса йыйыуҙар, яугирҙар өсөн ойоҡбаш-бейәләйҙәр бәйләү, геройҙар тураһында мәҡәләләр...

Ауаҙдаш осорҙарАуаҙдаш осорҙар
Ауаҙдаш осорҙар

Бөгөн гәзиттәребеҙҙә баҫылып сыҡҡан бик күп мәҡәләләр һуғыш йылдарында сыҡҡан мәҡәләләр менән ауаздаш. Был хеҙмәт ҡаҙаныштары, фронт өсөн аҡса йыйыуҙар, яугирҙар өсөн ойоҡбаш-бейәләйҙәр бәйләү, геройҙар тураһында мәҡәләләр...

Яңауыл.

Төньяк район-ара ижади берекмәһе ойошторған “Ҡорал һәм ҡәләм менән” марафоны эстафетаһы Бөйөк Ватан һуғышы һәм махсус хәрби операция менән оҡшашлыҡ барлығын асыҡ күрһәтеп, Яңауыл ҡалаһында бик тулҡынландырғыс үтте.

Айырма шунда, ҡыҙыл армиясыларға ял бик һирәк эләккән, хәҙер редакциялар үҙ хеҙмәткәрҙәрен һуғышҡа һирәк ебәрә, бының сәбәбе шунда: коллективтар, башлыса, ҡатын-ҡыҙҙарҙан тора. Уға ҡарамаҫтан, редакцияларҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың әсәйҙәре, ҡатындары эшләй, һәм улар борсолоп һәм өмөтләнеп фронттан хәбәр көтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғалтыуҙар ҙа бар.

Үткән йыл аҙағында МХО зонаһынан аяныслы хәбәр килде — тигеҙ булмаған алышта танк ротаһы командиры, өлкән лейтенант Денис Глухов һәләк була, ул “Янаульские зори” гәзите баш мөхәрриренең дубляж буйынса урынбаҫары Гөлнара Глухованың улы. Денис махсус хәрби операция зонаһында тәүге көндәрҙән үк  була, һәм беҙ бөтә Төньяк район-ара ижади берекмәһе менән уның өсөн борсолдоҡ, хәрби хеҙмәте тураһында баш мөхәррир Рәмил Иҙиәтуллиндан һорашып торҙоҡ. Денис редакцияла үҫте, тип әйтергә була, шуның өсөн ул беҙҙеке, яҡын булды. Һәм, әлбиттә, уның батырҙарса һәләк булыуы бөтәбеҙҙе лә тетрәндерҙе. Марафон эстафетаһын тапшырған көндө хеҙмәттәшебеҙҙең ҡайғыһын уртаҡлаштыҡ, йәнә күңелдәребеҙ тулды...

Яңауыл ҡалаһы һәм Яңауыл районы  — өс Советтар Союзы Геройы һәм ике Рәсәй Геройының  тыуған ере. Яңы Геройҙарҙың бюсы ҡала үҙәгендә Хәрби һәм хеҙмәт даны монументында лайыҡлы урын алған. Һәм Борай, Тәтешле, Ҡалтасы, Краснокама райондары, Нефтекама ҡалаһынан марафонда ҡатнашыусылар сәскәләр һалыу өсөн тәүҙә унда юлланды.

Яңауылда Ватанды һаҡлаусыларҙың хәтерен иҫ киткес һаҡлайҙар. Бында Икенсе донъя һуғышында ҡатнашыусыларға, тыл хеҙмәтсәндәренә, һуғыш балаларына, афған һәм чечен яугирҙәренә ҙур мемориал булдырыуҙан тыш, МХО-ла һәләк булғандарға икенсе мемориал барлыҡҡа килгән. Дан Аллеяһы үҙәгендә — “Ҡайғылы әсә” һәйкәле, ул һуғыш яланында улын юғалтҡан әсә кисергән бөтә хәсрәтте сағылдыра. Был скульптура иғтибарҙы шунда уҡ үҙенә йәлеп итә. Һәм бирегә килгән бөтә әсәләрҙең дә гранит плитәләрҙәге йәш, матур яугирҙар фотоһүрәттәрен күреп йөрәге ҡыҫыла.

Улар араһында беҙҙең Денистың да фотоһүрәте бар. Әсәһе, күҙ йәштәре аша устарын үбеп, үҙ алдына ниҙер һөйләп, улының битенә ҡулдарын ҡуя, үҙенең әсә һөйөүен бирергә тырышып, йәнһеҙ ташты һыйпай. Беҙ ҙә уға ҡушылып илайбыҙ. Теләгебеҙ бер генә: был аллеяны башҡаса дауам итергә тура килмәһен, ҡалған яугирҙарыбыҙ тыуған яҡтарына иҫән-һау еңеү менән әйләнеп ҡайтһын!

Яңауылды Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡаһы тип атайҙар, сөнки бында республиканың иң төньяҡ географик нөктәһе һәм Горький тимер юлында берҙән-бер башҡорт тимер юл станцияһы урынлашҡан. Һуңғы йылдарҙа Яңауылда ҡаланың тышҡы йөҙөнә ҙур иғтибар бүленә: күп кенә парктар, тематик балалар майҙансыҡтары, йәлеп итеү нөктәләре барлыҡҡа килә. Рәмил Эрнст улы беҙгә йәйәүле экскурсия үткәрҙе. Беҙ Президент программалары һәм төбәк Башлығы гранттары ярҙамында ҡаланың нисек үҙгәргәнлегенә шаһит булдыҡ.

Марафон эстафетаһын тапшырыу тантанаһы музейҙа үтте.  Журналистарҙы сәләмләргә район хакимиәте башлығы Салауат Ғилмиев һәм район Советы рәйесе Илнур Гәрәев килде, улар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла, хәҙер ҙә  матбуғаттың әһәмиәте тураһында күп яҡшы һүҙҙәр әйтте. Эстафетаны тапшырыусы яҡ булараҡ, мин етәкселеккә һәм баш мөхәрриргә марафон штандартын тапшырҙым.

Яңауыл редакцияһы бөтә программаны үҙ көстәре менән әҙерләүҙәре менән таң ҡалдырҙы һәм сығыштарын “Ялға туҡтағанда” тамашаһы менән башланы. Һәм артабан һуғыш ваҡытында редакция тормошонан булған һәр тарихи факт, фронтовик хеҙмәткәр тураһында һөйләү инсценировканың дауамы булараҡ күрһәтелде.     

1931 йылда сыға башлаған “Октябрь юлы” Яңауыл гәзитенең йөкмәткеһе һуғыштың тәүге көндәренән үк “Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә еңеү өсөн” лозунгыһына буйһона. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, ул даими сыға. Һәр һанда Совинформбюро мәғлүмәттәре баҫыла, уларҙы төнгө сәғәт дүрттә радиоалғыс аша ҡабул итергә тура килә.

Шәмси Муллаяр улы Муллаяров “Октябрь юлы”нда корректор, яуаплы секретарь, мөхәррир урынбаҫары булып эшләй. 1941 йылдың йәйендә фронтҡа китә, ҡырҡ өсөнсөлә яраларынан вафат була. Иваново ҡалаһында ерләнә. Гөлнара Глухова Шәмси Муллаяр улының ейәненең туғаны булып сыҡты. Һәм фронтовиктың яуҙан яҙған хаттары һаҡланып ҡалыуы ысын мөғжизә. Гөлнара Рим ҡыҙы хаттарҙың береһен уҡып ишеттерҙе. Яугир хатында туғандарын, тыуған яғын һағыныуы турыһанда бәйән итә, редакция хәлдәре менән ҡыҙыҡһына...

Аҙаҡта тағы махсус хәрби операция темаһына, Денис Глуховҡа әйләнеп ҡайттылар, уның хөрмәтенә гәзит хәбәрсеһе Илдар Шәрипов бик тулҡынландырғыс йыр яҙған. Был йырҙы беҙ ир-егеттең намыҫ һәм абруйы өлгөһө, ысын командир һәм офицер өлгөһө, ысын патриот, үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, Ватаныбыҙ азатлығын һәм тыныслығын яҡлаған экрандан беҙгә ҡарап торған Денистың матур изге күңелле йөҙөнә ҡарап тыңланыҡ.

Реклама буйынса белгес Ольга Шакирьянованың ире, офицер, 2023 йылда уҡ Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, МХО зонаһында илебеҙ именлеген һаҡлай.

“Янаульские зори” гәзите редакцияһы коллективы хәйриә акцияларынан, посылкалар, яугирҙар өсөн гуманитар йөк йыйыуҙан ситтә ҡалмай. Февралдә гуманитар ылау составында редакция һәм типография ветерандарынан алты посылка оҙатыла. Уны Илдар Шәрипов оҙатып бара.

Нефтекама

Нефтекама ҡалаһына 1965 йылда, илдә тәүге тапҡыр Еңеүҙең юбилейын билдәләгән йылда, нигеҙ һалына. Быға тиклем 9 май ғәҙәти эш көнө була: фронтовиктарҙы хөрмәтләмәйҙәр, парад үткәрмәйҙәр, гәзиттәргә мәҡәләләр яҙмайҙар. Тыуған илебеҙ 20 йыл буйына һуғыштан алған яраларын уңалта. Әлбиттә, был яралар бөгөнгө көнгә тиклем һыҙлай.

Еңеүҙең 20 йыллығында, ниһайәт, бер аҙ ял итеп, һәләк булғандарҙы иҫкә алырға, ҡайтҡандарға рәхмәт һүҙҙәре әйтергә мөмкин, тип ҡарар итәләр. Шулай итеп, 1965 йылдың 10 майында ҡаланың “Ҡыҙыл байраҡ” гәзитендә Еңеү көнөн байрам иткәндән һуң тәүге репортаж барлыҡҡа килә.

— Был йылда халҡыбыҙ беренсе тапҡыр Еңеү көнөн дөйөм халыҡ байрамы булараҡ билдәләй. Шуға күрә, моғайын, гәзиттең исемен дә шулай һайлағандарҙыр, сөнки ҡыҙыл байраҡ барыбыҙ өсөн дә – ул тәүҙә Бөйөк Еңеүебеҙ символы, рейхстаг өҫтөндә күтәрелеп, ҡот осҡос һуғыш тамамланыуы тураһында иғлан иткән байраҡ. Гәзитебеҙҙең тәүге һандары фронтовиктарға арнала, тап улар йорттар һала, нефть сығара, юлдар һала, заводтар төҙөй, — тип һөйләне алып барыусы, “Ҡыҙыл байраҡ” гәзите мөхәррире урынбаҫары Зилә Әмирова.

Гәзит сығарыу һәр ваҡыт бик яуаплы һәм мөһим эш тип һаналған. Шуға күрә редакцияла кадрҙар ентекле һайланған, ә гәзит мөхәррирҙәре итеп һуғышты  үткән фронтовиктарҙы тәғәйенләгәндәр. “Ҡыҙыл байраҡ”тың беренсе мөхәррире шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Михаил Павлович Новиков була. 1939 йылдан 1946 йылға тиклем сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Япония менән һуғышта ҡатнаша. 1957 йылдан Журналистар союзы ағзаһы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Нефтекама ҡалаһының Почетлы гражданы. Фронтовиктар булып гәзиттең тәүге көндәренән үк мөхәррир урынбаҫары Александр Яковлевич Денисов, хаттар бүлегенең беренсе мөдире Ғибәт Шәймәрҙән улы Исмәғилев, редакцияның баш бухгалтеры Яков Тимофеевич Артемьев эшләй.

“Ҡыҙыл байраҡ” — фронтовиктар: мөхәррирҙәр һәм журналистар һалған яҡшы традициялары булған гәзит. Был яңы баҫмаға ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Башҡортостан Республикаһының өлгөлө ҡала гәзиттәре иҫәбенә инергә һәм үҙенең алдынғы булыуын конкурстарҙағы еңеүҙәре менән иҫбатлап, абруйын бөгөнгө көнгә тиклем һаҡларға мөмкинлек бирә.

Редакцияның яҡшы традицияларының береһе — штаттан тыш авторҙарҙың берләшмәһе булыуы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн һәр редакция ауыл хәбәрселәре  менән маҡтана алмай: эштән буш ваҡытта гәзиткә яҙырға теләүселәр күп түгел, бигерәк тә беҙҙең бәләкәй гонорарыбыҙ өсөн. Шул уҡ ваҡытта штаттан тыш кешеләр гәзиттәрҙе төрлө пландағы, йөкмәткеле итергә ярҙам итә. “Ҡыҙыл байраҡ” гәзите хеҙмәткәрҙәре үҙ авторҙарына һәр саҡ һаҡсыл ҡараны һәм ҡарай. Шуға күрә марафонда ла ауыл хәбәрселәрен — Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары исемдәрен һәр береһен атанылар. Уларҙың хәтирәләре, мәҡәләләре һәм хаттары тарихи хәтерҙе һаҡлауға ҙур өлөш индерә. Шуны ла билдәләү мөһим, штаттан тыш авторҙар-һуғыш ветандарының мәҡәләләре хикәйә кеүек яҙылған: уларҙа шул ҡанҡойғос йылдар тураһындағы хәтирәләр шул тиклем тере, ә күңел яралары шул тиклем яңы булған.

Гәзиттәр һәр ваҡыт ваҡиғалар эсендә ҡайнай, һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта була. Һәм өс йыл элек махсус хәрби операция башланыуы тураһында иғлан ителгәс, тәүге көндәрҙән үк мобилизация барышы, гуманитар ярҙам йыйыу, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар – ҡасандыр олатай-ҡарт олатайҙары лайыҡлы үткән һуғыш яландарында хәрби бурысын батырлыҡ һәм сыҙамлыҡ менән үтәгән бөгөнгө геройҙар тураһында яҙҙыҡ. Мәҡәлә геройҙарының береһе Дмитрий Полубояринов махсус хәрби операция ветераны, штаттан тыш автор, бөгөн госпиталдә дауалана. Штандарт тапшырыу сараһында редакция уның менән видеоосрашыу ойошторҙо.

Баян һәм гитара уйнауы аҫтында йырҙар, журналистарҙың, штаттан тыш авторҙарҙың һәм гәзит уҡыусыларҙың лирик шиғырҙары, алып барыусыларҙың тәрән мәғәнәле һүҙҙәре – былар барыһы ла күңелдәргә һағыш өҫтәне, һәр кемде үткәндәр һәм бөгөнгө тураһында уйланырға мәжбүр итте; гәзит, ҡала, республика, ил үҫешенә үҙ өлөшөн индергәндәрҙе иҫкә төшөрҙө. Һәм барыһы ла, бындай саралар кәрәк һәм мөһим – улар беҙҙе еңел булмаған заманда берләштерә, бер-беребеҙгә, бигерәк тә иғтибарға һәм аралашыуға мохтаж булған оло йәштәге хеҙмәттәштәребеҙгә һаҡсыл ҡарашта булырға кәрәк тигән фекергә килде.

Артабан редакция ветерандары, штаттан тыш хәбәрселәр өсөн тыуған ҡала буйлап автобуста экскурсия ойошторолдо.

Ә беҙҙең журналистар марафоны аҙағына яҡынлаша. Нефтекама журналистары билдәләүенсә, “Ҡорал һәм ҡәләм менән” марафоны — ул, тәү сиратта, һуғыш, аслыҡ, һуғыштан һуңғы йылдар ауырлыҡтарына, емереклектәргә ҡарамаҫтан, гәзит сығарған, үҙ һөнәренә тоғро ҡалған хеҙмәткәрҙәргә, штаттан тыш хәбәрселәргә хөрмәт һәм хәтер.

Ауаҙдаш осорҙар
Ауаҙдаш осорҙар
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас