

Ҡалтасы районында туристик слетта райондың әүҙем һәм сәләмәт оҙон ғүмер үҙәктәренең ете командаһы ярышты. Сара пионерҙар көнөнә һәм райондың 95 йыллыҡ юбилейына арналды.
Сатыр, усаҡ янында йырҙар һәм ҡаршылыҡтар һыҙаты – туристик слетта ҡатнашыусылар өсөн ғәҙәти булған бөтә нәмә. Туристарҙың йәше генә ғәҙәти булмаған. Ҡалтасы ауылының матур быуаһы янында үткән турслетта өлкән быуындың арымай-талмай һәм дәртле вәкилдәре ҡатнаша.
Сара барышында судьялар туристик өҫтәлдәрҙең биҙәлешен баһаланы. Сараның кульминацияһы булып ҡаршылыҡтар һыҙаты тора. Уны үтеү 8 этапҡа бүленгән. Командалар ярышты бүрәнә аша үтеүҙән башлай. Артабан командалар юлында граната ырғытыу, төйөндәрҙе бәйләү, усаҡ яғыу, һаҡлағыс химик комплектҡа кейендереү, тәгәрмәстәрҙе әйләндереү була. Физик һынауҙарҙан тыш, командалар интеллектуаль конкурстарҙа ярыша.
Туристик слет бөтәһе өсөн дә ысын байрамға әүерелде. Ул туризмдың спорт ҡына түгел, ә тәбиғәттең матурлығынан, аралашыуҙан һәм ижадтан ләззәт алыу мөмкинлеге булыуын күрһәтте.